Әсәйемдең бер туған һеңлеһе 1929 йылғы Миңлеямал апайым ауырып ятҡанында һуғыш осоро, унан һуңғы йылдар тураһында һөйләй торғайны. Өлгөргән хәтлем уның бәйән иткәндәрен аҡ ҡағыҙға теҙә инем. Миңнеямал апайым 87 йәшендә 2016 йылда вафат булды.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта беҙҙең ауылыбыҙ, Күгәрсен районының 1-се Дәүләтҡол ауылы, тәүге исеме Етеболаҡ, янғындан һуң 72-нән 38 өйлөккә ҡалған булған. Үрҙә яҙыуымса, һуғышҡа 42 кеше алынған, 17-һе генә әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙан да ҡайтҡас та яраларынан 2-һе вафат булған. Һәр өйҙән 2-3-4-әр кеше фронтҡа алынған.
Апайым һөйләүҙәренән:
-Һуғыш башланғас та ауылда бөтә эш ҡатын-ҡыҙ иңенә төштө. Ир заттары бер кем ҡалманы, 6 бабай, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ. Аттарҙы алып киттеләр. Бракка сығарылған бер-ике ат ҡалды ла, ике үгеҙ бар ине. Бөтә колхоз эшенә был етмәй, әлбиттә. Һабанға, тырмаға, башҡа кәрәк-яраҡҡа кешеләр үҙҙәренең һыйырҙарын егәләр ине. Бесәнде ҡул менән саптылар. Кем салғы тота ала, бөтәһе саба. Малайҙар күбә тарттыра, бәләкәс ҡыҙҙар беҙ тырматабыҙ. Кәбәнде ҡатындар ҡоя ине. Кәбән башында ла ҡатындар торҙо.
Ҡыш булһа, һәр йортҡа берәр тоҡ борсаҡ таратып бирәләр. Бөтөнөн башҡа, ярылғанын башҡа сүпләп, айырып бирәбеҙ. Һуҡыр шәм яҡтыһында өс бармаҡлы бирсәткәләр, йөн ойоҡбаштар бәйләйбеҙ, фронтҡа йыйып ебәрәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтә биҙәүестәрен, боронғо тәңкәләрен йыйып бүләк танк колоннаһы, самолеттар эшләтергә ярҙам тип ебәрҙек.
Түкәттә йәшәгән 1940 йылғы Бәзихә апайым һөйләне.-Трудоденгә иген грамлап бүленде. Алған ғына ашлыҡтарыбыҙҙы тирмәнгә алып барып йөрөү юҡ. Бөртөгөн дә әрәм итмәй ҡул тирмәне менән тартабыҙ. Онобоҙға алабута ҡушып икмәк бешерәбеҙ. Ярай беҙ һыйыр аҫырай алдыҡ. Бәхетебеҙгә һыйырыбыҙ һөтлө булды, иртәнсәк 10 литрлы күнәк тулы, кис 16 литрлы күнәк һөт һауып алдыҡ. Атайым һуғыштан ҡайтманы, Һиҙәәт ағайым һыуға батып вафат булды. Ҡартәсәйем, әсәйем өсәү йәшәнек. Күп кеше һыйырһыҙ ҡалды, аслыҡҡа сыҙамай малын ашап бөттө. Аҙнаға 1-2 мәртәбә Ишберҙенән 17 йәштәрҙәге ағай хәл белергә килә ине. Ҡартәсәйем ул беҙҙең туғаныбыҙ, тине. Кейгән фуфайкаһының еңдәре эт талаған шикелле мамыҡтары ялпылдап тора ине, ти. Мин: «Нишләп ямап кейҙермәнеләр икән исмаһам»,-тиһәм, апайым: «Ҡайҙа ул ямау?! »-ти. Һөйләшеп ултыра биргәс, ҡәрсәйем әсәйемә: «Килен, улыма ҡатыҡ ҡойоп бир»,-ти. Эсә лә, ағай ҡайтып китә. Аслыҡ ояттан көслө икән. Егет ҡорона тулып килгән кешене икенсе ауылдан бер көрөшкә ҡатыҡ эсергә йөрөткән. Ул ағай һуңынан ғаиләле булып, балалар үҫтереп, етеш тормошта йәшәне.
Ул ваҡыттағы тормоштоң ауырлығын күрһәтер өсөн генә килтерҙем был миҫалдарҙы. Ҡабатлана күрмәһен бындай афәт. Көнө-төнө Аллаһ Тәғәләнән донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын тип һорайым!
Зөһрә Әбделғужина.