Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 20:55

Снаряд ярсыҡтары тынғы бирмәне

  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ байрамы алдынан яуҙа ҡатнашҡан яҡындарыбыҙҙы ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ. Иң тәүҙә, әлбиттә, ҡәҙерле атайымдың яғымлы йөҙө күҙ алдыма килә. Атайым Имамбаев Мәхмүтйән 1927 йылда Баймаҡ районының Түбәнге Таулыҡай ауылында тыуған. Бала саҡтан уҡ колхоз эшендә эшләй. 1944 йылда армияға китә, Алыҫ Көнсығышта хеҙмә итә. Ул яҡта һуғыш булмаһа ла тынысһыҙ була, япондар һуғыш асыу менән янай. Бөйөк Ватан һуғышы бөткәс тә Совет Хөкүмәте шул йылды Япон милитаристарын тар-мар итеү хаҡында ҡарар сығара. 1945 йылдың 9авгусында Совет ғәскәрҙәре Маньчжурия еренә барып инә. Һалдаттар араһында минең атайым--18 йәшлек Имамбаев Мәхмүтйән дә була. Һуғыш ҡыҫҡа, әммә иҫ киткес ҡаты була. Датуньшаньцзы ҡалаһын азат иткәндә атайым яраланып яу яланында ятып ҡала. Ул хеҙмәт иткән ғәскәр алға китә. Япон һалдаттары кире әйләнеп килеп, яралы Совет һалдаттарына ата. Шулай итеп, былай ҙа ҡанһырап ятҡан атайымдың күкрәгенә тағы бер пуля тейә. Бик оҙаҡ ятҡандан һуң Совет танкистары килеп сығып, госпиталгә алып китә.

Снаряд ярсыҡтары тынғы бирмәне
Снаряд ярсыҡтары тынғы бирмәне

 

Ете урындан яраланған ҡәҙерлем ярты йыл үткәс кенә саҡ аяғына баҫа һәм 1 йыл үткәс кенә госпиталдән сыға. 20 йәшендә зәғиф булып тыуған ауылына ҡайтып төшә.

Уны күргәс туғандар һәм ауыл халҡы аптырап ҡала. Сөнки уның үлеме хаҡында 2 тапҡыр “ҡара ҡағыҙ” килә. Имамбаев Мәхмүтйән күп тә үтмәй әсәйемә-Шәрифә Шәһивәли ҡыҙына өйләнә. Улар 50 йылға яҡын татыу тормош көттө. 7 малай һәм 4 ҡыҙ үҫтерҙеләр. Әсәйем Шәрифә Шәһивәли ҡыҙына 1971 йылда “Герой әсә” исемен бирҙеләр. Атайым колхозда ғүмере буйы бригадир булып эшләне.

Ә әсәйем фермала һарыҡтар ҡараны. Беҙ ҙурайғас та әсәйем йәйен-ҡышын колхоздың башҡа эштәрен эшләне: ҡул сапҡысына сығып бесән эшләште, сөгөлдәр, картуф уташты. Һуңынан магазинда йыйыштырыусы булды.

Беҙ күмәк булһаҡ та бәхетле үҫтек, ас-яланғас булманыҡ, етеш тормошта йәшәнек. Әсәйем ғүмере буйы кешеләргә күлдәктәр текте, балаҫтар һуҡты, шәлдәр бәйләп һатты.

Ә атайым 3 улына, 1 ҡыҙына өй эшләгәндә аҡсалата ярҙам итте.

Һаулығы ғына самалы булды, күкрәгендә снаряд ярсыҡтары ҡалып, ғүмере буйы һыҙланды.

Еңеүҙең 50 йыллыҡ байрамына 1 ай ярым ҡалғас, 26 мартта мәрхүм булды.”Миңә 50 йыллыҡ тау башында”,--тиер ине ул. Таулыҡай ауылы зыяраты тау башында шул.

Кешеләрҙең атайҙарына, һуғыш ветерандарына фатир бирҙеләр. Атайым өйһөҙ булманы, тик Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тәғәйен фатир ала алманы. Әсәйем мәрхүмә булғанса шуға әсенде, хатта тыл ветерандарына фатир бирҙеләр, ә атаңа юҡ тип, көйәләнде.

Ҡайным Мирзайән Мәхейәновтың бер туғандары Аҫылбаев Рәхимйән, Миҙәхәт Уйылдан улдары ла һуғышта булған. Еҙнәһе Талипов Шәйәхмәт тә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Ҡәһәрле һуғыш башҡа ҡабатланмаһын тип теләһәк тә донъяла тыныслыҡ юҡ. Хәйҙәр ҡустыбыҙ Афғанстан һуғышында ҡатнашып, яугир-интернационалист, әлеге көндә Таулыҡайҙа йәшәй. Өлкән апайым Әлифә лә шул ауылда тора. Уның да кесе улы Артур Чечня һуғышында ҡатнашты, хәрби хәрәкәттәр ветераны.

Әмин ауылында йәшәүсе Зәлифә һеңлемдең ире Мәхмүтйән кейәү ҙә локаль һуғыш ветераны, ул Афғанстанда интерациональ бурысын үтәгән.

Әле Украинала махсус хәрби операция бара.

Бында ла беҙҙең туғандар ҡатнаша. Баймаҡ ҡалаһынан һеңлем Динәнең ире Ғәлинур кейәү бар. Төмән ҡалаһында йәшәгән Мансура апайымдың Тимур улы, ҡыҙының ире һәм уларҙың улы алғы һыҙыҡта йөрөй.

Махсус хәрби операцияла тиҙерәк еңеү яуланып барлыҡ ир-егеттәрҙең тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Һуғыш бөтһөн, барыбыҙға ла тик тыныслыҡ кәрәк.

Рәйсә Мәхийәнова.

Баймаҡ районы, 1-се Төркмән ауылы.

 

Снаряд ярсыҡтары тынғы бирмәне
Снаряд ярсыҡтары тынғы бирмәне
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас