

Бөйөк Еңеүгә 80 йыл
Ракета осороуҙа ҡатнаша
18 йәше тулғас 1944 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Йәш егетте Самара өлкәһенә диңгеҙ осоусылары әҙерләүсе мәктәпкә уҡырға ебәрәләр. 1945 йылдың майында осоусылар мәктәбе ябылғас, ул артабан уҡыуын Пермь ҡалаһындағы хәрби-диңгеҙ авиация-техник училищеһында дауам итә. 1949 йылда уны Алыҫ Көнсығышҡа оҙаталар. Софийск, Амурҙа диңгеҙ авиация полкында электр ҡорамалдары буйынса эскадрилья технигы булып хеҙмәт итә. 1951 йылда Анатолий Копылов Сахалиндың Корсаков ҡалаһына истребитель авиация полкына инженер итеп күсерәләр. 1954 йылда Таллинға ебәрелә. Артабан уның уҡытыусы булараҡ хеҙмәт юлы башлана. 1956 йылда Ладогала авиация механиктары мәктәбендә уҡыта. Шул уҡ ваҡытта Ленинградтағы А.Ф.Можайский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһына уҡырға инә. Шул сорҙа космос ракеталары конструкторы Сергей Кололев менән осраша. Академияны тамамлағандан һуң майор дәрәжәһендә Анатолий Георгиевичты Пермь юғары хәрби команда-инженер училищеһына уҡытырға ебәрәләр. Унда техник-лейтенант, инженер-полковник 1961-1973 йылдарҙа эшләй. Бай практик тәжрибәһе һәм теоретик әҙерлеге уға фәнни эшмәкәрлек менән булышыуға юл аса. 1970 йылда А.Г.Копылов диссертация яҡлап, техник фәндәр кандидаты булып китә. Ауырыу сәбәпле, 1973 йылда уҡытыу эшен ҡалдырып, Пермдәге ракета техникаһы эшләү һәм тикшереп ҡарау конструктор бюроһына инженер-конструктор булып эшкә күсә. Бер нисә тапҡыр ракета осороуҙа ҡатнаша.
1977 йылда Пермь ауыл хужалығы академияһында «Электо техникаһы», «Электр ҡорамалдары» фәндәренән студенттарға һабаҡ бирә. Академияла ул 32 эшләй һәм 83 йәштә генә ялға сыға. Ветеран уҡытыусының ике ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәрҙәре бар. 2012 йылда Анатолий Копылов Сибайға күсеп ҡайта. Уға быйыл йәй 99 йәш буласаҡ.
Яҡташыбыҙ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Ҡыйыулыҡ өсөн» һәм башҡа хәрби миҙалдар менән наградланған.