Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 20:40

Оҫта ҡурайсы ине

Минең атайым—Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, сержант, элемтәсе Рәхимйән Вилдан улы 1917 йылдың 15 фералендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Абҙаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. 13 йәшендә ВЛКСМ сафына инә, һәм 13 йәшлек үҫмерҙе комсомол путевкаһы буйынса күрше Әхмәр ауылындағы май заводына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Ике йылдан һуң Ғәҙелша, Ҡусҡар (Әбйәлил районы) приискыларында эшләй. 1939 йылда Совет армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронттың алғы һыҙығында була. 1946 йылда ғына тыуған яғына ҡайта һәм һуғыш осоронда ҡаҡшаған ауыл хужалығын тергеҙеү эшенә тотона. Баймаҡ урман хужалығында техник, «Ирәндек» колхозы рәйесе, Моҡас ауыл Советы рәйесе, Молотов исемендәге колхоз рәйесе вазифаларында эшләй. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1953 йылда тыуған ауылына ҡайтып, тәүҙә колхозда, ә 1957 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы элемтә бүлексәһендә эшләне. Әсәйем менән 5 малай һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Оҫта ҡурайсы ине
Оҫта ҡурайсы ине

Атайым Рәхимйән Аҫылбаев 7 йәшенән ҡурай тарта, 10 йәшенән мәктәптә һәм ауыл сәхнәһендә сығыш яһай башлай. 1931 йылда Баймаҡ районында үткәрелгән сәнғәт фестивалендә ҡурайсылар араһында 1-се урын яулай. 1932 йылдағы фестивалдә 1-се урынды Байыш ауылынан Зәйнетдин Йәнбәков, 2-се урынды Рәхимйән Аҫылбаев ала. Һуғыштан һуң ҡурайсы-ҡорҙаштары Насиров Сәмиғулла, Батталов Мөхтәр, Абдуллин Айрат, Байтимеров Хәбир менән бергә район, республика кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

-Атайым бик көслө ҡурайсы ине, көйҙө күп белде, тарихын мотлаҡ һөйләп уйнай торрғайны. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Хәйбулла районында үткәрелгән ҡурайсыларҙың республика бәйгеһендә ул тәүҙә тарихын һөйләп көй уйнаны, шунан бейеү көйөнә күскәйне,сәхнә алдында тамаша ҡылып ултырған халыҡ, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа бейергә төштө,--тип хәтерләй ҡәҙерлеһен ҡыҙы Лүзә Рәхимйән ҡыҙы Шәйхисламова.

*

Әйткәндәй, Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән 78 йәшлек Лүзә ханым Рәхимйән Асылбаевтың баш балаһы. Уға исемде атаһы ҡушҡан. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында йәшәһә лә, тыуған ауылы Абҙаҡты бер ваҡытта ла иҫенән сығармаған. Уның тырышлығы менән ауылда мәсет һалынған. Әле иман йортоноң тәҙрәләрен пластикка алмаштырыу, имам-хатиб эҙләү хәстәре менән янып йөрөй. Ул шулай уҡ ауылдың аръяҡ тип йөрөтөлгән яғына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған облескты ауыл уртаһына күсертеү теләге менән яна. Ҡырын яҡта тора, тип хафалана Лүзә Рәхимйән ҡыҙы.

Иманлы ханым буш ваҡыттарында хәтирәләр, иҫтәлектәр, шиғырҙар, яҙа. Ошо шиғырҙы Шайморатов генерал йыры көйөнә һалып йырларға ла була тип, бер шиғырын гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итә.

 

Илде азат итергә атҡа атланып,

Һуғышҡа китте Абҙаҡ ирҙәре.

Илай-илай оҙатып ҡалды

Күк Ирәндек, Төйәләҫ буйҙары.

Дөмөктөрөп яуыз фашистарҙы

Еңеү яулап ҡайтты яҡташтар.

Ғәзиз башын һалды бик күптәре

Иҫәндәре-аҡһаҡ-туҡһаҡтар.

 

Йәйрәп ятҡан күк Ирәндек

Ҡаршы алды яугирҙәрҙе!

9 май-Бөйөк Еңеү килде

Ҡолас йәйеп йәмле яҙ көнө!

Лүзә Асылбаева-Шәйхисламова.

Оҫта ҡурайсы ине
Оҫта ҡурайсы ине
Оҫта ҡурайсы ине
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас