Яҙҙар һайын йылы яҡтан ҡоштар
Тыуған яғын һағынып ҡайталар.
Еңеү яҙы килде, илем гөрләй,
Батырҙарҙы иҫкә алалар.
Еңеү яулап, уттар-һыуҙар кискән
Ветерандар кәмей баралар.
Йөҙәр йылдар ғорур баҫып торған
Имәндәр ҙә бер бит ауалар.
Йылдар уҙған һайын күк томандар
Ышыҡлайҙар ғүмер юлдарын.
Ләкин, бер ни кәртә була алмаҫ,
Ил онотмаҫ батыр улдарын.
Шулай уҙыр быуаттар араһы
Һуңғы һалдат ауыр бер заман.
Иле өсөн йәнен аямаған
Яугир һалдат—һуңғы уҙаман.
Бала-сағалары ғорурланып,
Быуын-быуындарға һөйләрҙәр.
Тыныс йоҡлағыҙ, тип ҡәберҙәрен
Гөл-сәскәгә генә күмерҙәр.
Барыһы ла ҡалыр тик тарихта
Тарих үлмәй, тарих-мәңгелек.
Илем йәшәр, мәңге сәскә атыр,
Бар донъяны нурлап, йәм биреп.
Факиһа Таштимерова.
Сибай ҡалаһы.