

Бөйөк Еңеүгә—80 йыл
Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуған Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева 18 йәшендә фронтҡа эләгә һәм авиамеханик һәм парашют һалыусы булып хеҙмәт итә. Иң сағыу хәтирә--Чехословакияла Еңеү көнөн ҡаршылау булды, ти ул. Һуғыштан һуң Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы Сибайҙа заводта һәм рудникта эшләй. Ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн»миҙалдары менән наградланған.
-Сибайҙа 1,5 мең тирәһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәне. Шуларҙың 80-дән ашыуы ҡатын-ҡыҙ ине. Улар араһынан 3 кеше 100 йәшкәсә йәшәне. Һуңғыһы--Сәмиға Рысмөхәмәт ҡыҙы. Ирҙәр араһынан 100 йәшкә ике ветеран етте,--ти ҡаланың ветерандар советы рәйесе Рәшит Иҙрисов.
Ветеран Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттары составында хеҙмәт итә, Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Прагала ҡаршы ала.
Фронттан ҡайтҡас, Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләй. Унда Нәҙерша Рысбаевты осрата. Фронтовиктар өйләнешкәс, 1957 йылда Сибайға күсеп киләләр, баҡыр-көкөрт комбинатында эшләйҙәр.
Гөлдәр Ҡадаева.