Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 20:45

Берлинғаса барып еткән

Минең атайым Шәрипов Фитрат Ғәлләм улы 1909 йылда Баймаҡ районының Атанғол (элекке Назар) ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Уның Тайба апайы Түбәлә, ә Фазила апайы элекке Баҡыр-үҙәктә йәшәгән. Ҡыш көнө уларға ҡунаҡҡа барһаҡ, атайым мине ат санаһына толопҡа төрөп ултыртып алып бара торғайны. Өй эсе тулы балалар булғанлыҡтан, әсәйем улай йөрөй алманы. Беҙ ғаиләлә 9 бала булдыҡ. 10-сы балалары булып тыуған ҡыҙҙары Фатима сәсәк ауырынауынан мандый алмай вафат булған. Атайым Бөйөк Ватан һуғышына йәй уртаһында алына. Ул фронтҡа киткәс август айында Айрат исемле ағайым тыуған. Миндә 1983 йыл 1 ғинуар баҫылған гәзит һаҡлана. Унда “Ул йылдарҙың даны һүнмәҫ” тигән мәҡәлә сыҡҡан. Мәҡәләнең фотоһы ла бар. Унда: “Алыштар араһындағы ҡыҫҡа ял ваҡытында эскадрон командиры Ф.Сабитов һәм Фитрат Шәрипов бейей. Дивизия комиссары М.Нәзиров, полк командиры Таһир Күсимов, рядовой Ғ.Көмөшҡолов һәм башҡа һуғышсылар, Ғ.Сарбаев ҡурай уйнай”,-тип яҙылған.

Берлинғаса барып еткән
Берлинғаса барып еткән

Шәрипов Фитрат Ғәлләм улы ауыр яу юлы үтә. Һуғышҡа танкист булып инә. 1943 йылдың 12 апрелендә уң ҡулы яраланып госпиталгә эләгә. Был турала справкаһы һаҡлана. Госпиталдән һуң 1943 йылда 112-се Башҡорт атлы дивизияһына күсерелә. Яугир 30-ҙан ашыу ҡаланы, әйтеп үткәндә Бранденбург, Мозарь, Дойтч-Кроне, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Бөйөк Еңеү көнөнән һуң ҡыйралған ҡалаларҙы тергеҙеүгә тос өлөш индерә. Тыуған ауылына 1948 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

-Берлинғаса барып етеп, эскә үтеп инер өсөн бейек ҡапҡаға менеп “ура” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра дошмандарҙы үҙ ояһында юҡ иттек,-тип беҙгә һөйләй торғайны.

Фронтовик Шәрипов Фитрат Ғәлләм улының яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы 2 “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Германияны азат иткәне өсөн”, “Варшаваны азат иткәне өсөн”, “Берлинды алғаны өсөн” миҙалдары, “Совет Армияһы алдынғыһы” һәм юбилей миҙалдары менән баһаланған.

Атайым һуғышта һаулығын ныҡ ҡаҡшатып ҡайтһа ла, тыныс тормошта тик ултырманы, “Ирәндек” совхозында чабан булып эшләне. Шуныһы үкенесле: пенсияға ла сыға алмай үлеп китте.

Атайымдың баҡыйлыҡҡа күсеүенә быйыл 24 мартта 56 йыл тулды. Уны белгәндәр Бөйөк Еңеүҙе яулауға тос өлөш индергән ҡәҙерлебеҙҙе тик яҡшы яҡтан иҫкә алһын ине.

Ҡыҙы Рауза Сәфәрғәлина-Шәрипова.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас