+30 °С
Болотло


Хәйбулла районы Өфө ауылы халҡы "Башҡорт баҡыры" предприятиеһы ярҙамында 1971 йылғы ГАЗ-51 автомобилен һатып алды. Был автомобилде Өфө ауылы үҙәгендә, быйыл Матрай совхозының 70 йыллыҡ юбилейын байрам итеү сиктәрендә, һәйкәл сифатында ҡуйыу күҙаллана. Һәйкәл өсөн Постамент яҡын арала әҙерләнәсәк. Шулай уҡ һәйкәл асыу планлаштырыла. Әйткәндәй, автомобиль бик яҡшы торошта һәм 9 майҙа Аҡъяр ауылында парадта ҡатнаша.