

Рәмил Таҡаев 40 йыл элек юбилей хөрмәтенә алған КамАЗына күп йылдар тоғро.
Был автомобиль тарихы 1985 йылда башлана. Комсомолдар һәм Кама автозаводының йәш хеҙмәткәрҙәре инициативаһы буйынса 40 машина юбилей айҡанлы «Тыныслыҡ колоннаһы»на йыйыла. Был автомобилдәрҙең руле артына илдең иң яҡшы йәш водителдәре—«Еңеүҙең 40 йыллығына— 40 удар хеҙмәт аҙнаһы» Бөтә Союз ярышында еңеүселәр ултырырға тейеш була!. СССР-ҙың төрлө төбәктәренән 40 еңеүсе водитель үҙҙәренең наградалары өсөн килә. Башҡортостандан берҙән-бер вәкиле—Баймаҡ районы ауыл хужалығы техникаһы буйынса дәүләт комитеты водителе Рәмил Таҡаев була. Брежнев ҡалаһында, хәҙер Яр Саллы тип атала, еңеүселәрҙе хөрмәтләү тантанаһы үтә. Тап ошонан Рәмил Таҡаев үҙенең КамАЗын завод сиктәренән алып сыға. Ә 9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған юбилей парадында ҡатнаша.
Был ваҡиға Баймаҡ районы өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Был КамАЗ быйыл да Баймаҡ ҡалаһында үткән парадта ҡатнаша.