Берҙәм интернет-ресурс Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың: фронттан ҡайтҡандарҙың, һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың хәтерен мәңгеләштереүгә хеҙмәт итергә тейеш. Шулай итеп, тикшерелгән мәғлүмәттәр һәм архив документтарының күсермәләренә һылтанмалар менән рәсми мәғлүмәт сығанағы булдырыла. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, хәҙер бер нисә сайтта ошондай мәғлүмәттәр бар. Шуға бәйле хаталар булыуы һәм мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе ихтимал. Берҙәм ресурс ветерандарҙың ейән-ейәнсәрҙәренә лә , тикшеренеүселәргә лә, тарихсыларға ла файҙалы булырға тейеш. Ул Еңеү тураһында хәтерҙе киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.