

Атайым Самарбаев Сәйфулла Сафый улы Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында 1925 йылдың 5 апрелендә донъяға килә. Атаһы Самарбаев Сафый Мөхәмәтҡол улы заманына күрә уҡымышлы, етәксе урындарҙа,
ауыл советы рәйесе булып та эшләй. 2 ҡатынынан 6 бала тыуа: өлкән ҡатыны Бүләкәнова Ҡунаҡбикә Нәбиулла ҡыҙынан Һиммәт, Зыкыръя, Сәйфулла, Яңылбикә, кесе ҡатыны Хафизанан—Зөләйха, Шәфҡәт.
Ҡунаҡбикә өләсәй матур ғүмер юлын үтте (1885-1977). Ҡаҡса ғына оҙон буйлы, аҡ яулығын яҙып бәйләп, һәр ваҡыт эш менән булды. Яғымлы, йомшаҡ һүҙле, тауышын күтәрмәй ипле генә һөйләшеп, килгән кешене ихлас ҡаршылап, булғанынса һыйлап, һис юғында ҡатыҡ булһа ла эсереп сығарыр ине. Балаларҙы бер ваҡытта ла әрләмәй, бөтәһен дә берҙәй ярата, көндәше үлгәс, 2 баланы үҙе тәрбиәләп үҫтерә. Башта Сәйфулла ғаиләһендә йәшәй, Яңылбикә апайҙың балалары күбәйгәс, апай эшкә сыҡҡас, унда йәшәй.
Сафый олатай колхоз эшенән бушамай, бөтә ергә лә өлгөрөп йөрөгән етеҙ кеше була. Оҫта ойоштороусы ла, кәңәшсе лә, ярҙамсыл да булғаны өсөн уны ауыл-
да ныҡ хөрмәт итәләр. Һуғыш алдынан Һиммәт апа (диалект, олатай—ред.) ғаиләле була, Зыкыръя ауыл советы рәйесе булып эшләгән Хәйретдинова Әминә Закир ҡыҙына өйләнеп, 7 ай ғына йәшәп ҡалалар, армияға алына. 1940 йылдың октябрендә тап уға оҡшаған ҡыҙы Рәйсә тыуа. Аталы-ҡыҙлы бер-береһен күрмәйҙәр. Зыкыръя апа Можайск йылғаһын аша сыҡҡанда пуля тейеп, һәләк була. Уның эргәһендә бергә булған иптәше һуғыштан һуң Әминәгә килеп, уның нисек һәләк булыуын һөйләп бирә.
Атайыбыҙ Сәйфулла шаян, тиктормаҫ, уйындарҙы башлап йөрөүсе, уҡыуға зирәк, тырыш бала була. 1940 йылда Темәс педучилищеһына уҡырға инә. Бергә уҡыған иптәштәре Сәғит Ишбирҙин, Ғилман Яҡупов иң яҡын дуҫтарына әүерелә. Улар менән бергә Әҙеһәм Әлибаев, Ғәлимйән Солтангилдин уҡый.
Һуғыш башланғас та егеттәр ғариза тотоп, военкоматҡа бара. Ләкин 15 йәшлек үҫмерҙәрҙе «бәләкәйһегеҙ әле» тип кире ҡайтаралар.
1943 йылдың ғинуар айында 3-сө курста уҡып йөрөгән Самарбаев Сәйфулла, Сәғит Ишбирҙин, Әҙеһәм Әлибаев тағы военкоматҡа йүнәлә. Уларҙы Тоцк хәрби лагерына ебәрәләр. 37-се артиллерия полкында Сәғит Ишбирҙин—артиллерист, ә Сәйфулла Самарбаев радист булып хеҙмәт итә башлай. Ҡалған һуғыш юлы ошо полк менән бәйле. Радист булараҡ һәр саҡ алғы һыҙыҡта, артиллерия утын дошмандың тере көстәренә, ут нөктәләренә йүнәлтә. Гомель, Калинковичи, Мозырь ҡалаларын азат иткәндә «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Польша, Белоруссия, Померания, шулай уҡ Одер йылғаһын аша сығып, Альтдам, Зеелованы азат итеү, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Радиостанцияһын, автомат һәм башҡа ҡоралдарын йөкмәп һуғышыуы еңел түгел, етмәһә,
дошман уты аҫтында шыуышып үтергә тура килә.
Атайыбыҙ иптәштәре араһында батырлығы, тәүәкәллеге менән дан тота, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй. Киреһенсә, йырлап, ҡурайҙа уйнап, ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп, һуғышсыларҙың күңелен күтәрә. Бер-нисә тапҡыр яралана, ләкин полкын ташлап китмәй.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары, «Ҡыйыулығы өсөн», 2 «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙа Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградлана.
Һуғыштан ҡайтҡан атайыбыҙҙы Ҡунаҡбикә өләсәй, Әминә еңгәһе, бәләкәс Рәйсә ҡаршы ала. Сафый олатай Иҙристән Ҡолсораға ҡайтырға тип кәшмәк менән Һаҡмар аша сығып килгәндә, боҙ тейеп, һыуға ҡолай. Олатайҙы һыуҙан килене Әминә һөйрәп сығара ла үҙе йылынырға өйгә йүгерә. Ярҙағы
ауыл кешеләре яһалма тын алдырыуҙы белмәгәнлектән, Сафый олатай вафат була. Был хәл 1945 йылдың 30 апрелендә була. Һуғыш бөтөргә 9 көн ҡалған...
Атай уҡытыусы, унан мәктәп директоры булып Ҡолсора, Төркмән ете йыллыҡ мәктәптәрендә эшләне. Уҡыусылар менән хеҙмәт бригадаһы ойоштороп, кукуруз үҫтерәләр. «Ҡыҙыл Октябрь» колхозында партия ойошмаһы сек-
ретары итеп һайлана. Һәләтле ойоштороусы Сәйфулла Самарбаев «Һаҡмар», «Фрунзе» колхоздарында рәйес вазифаларында эшләп, райондың иң абруйлы хужалыҡ етәксеһе булып таныла. Парторг булараҡ, Ҡолсора ауылында мәҙәниәт клубы төҙөтә, Һаҡмар аша күпер һалдыра. Клуб та, күпер ҙә халыҡ хәтерендә Сәйфулла клубы, Сәйфулла күпере булып һаҡлана.
«Һаҡмар» колхозында эшләгәндә Йомаш ауылында 2 ҡатлы мәҙәниәт йорто, яңы ҙур мәктәп, магазин, малсылар йорто, ферма, Юлыҡта яңы мәктәп, клуб, ферма, Исламда магазин, ферма, малсылар йорто һалына. Богачевка, Ишмырҙала ла яңы мәктәптәр, фермалар төҙөлә. Ауыл халҡының көнкүрешен, эш шарттарын яҡшыртыу өсөн бөтә көсөн һала. Кешеләргә ихтирамлы, иғтибарлы була. Юлыҡ ауылында колхозсының өйө янып киткәс, бер аҙна эсендә уларҙы йортло итә.
Тырыш хеҙмәте өсөн «Почет билдәһе» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнә. Мәҙәниәт усаҡтары төҙөлөшөн яҡшы алып барғаны өсөн «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» значогы бирелә.
Һуғыштан ҡайтҡас та атайыбыҙ: «Ағайымдың ҡыҙын үҙем көтәм»,—тип еңгәһе Әминәгә өйләнә. Улар 18 йыл бергә йәшәп, 5 балаға ғүмер бирәләр, шулай уҡ Рәйсә апайыбыҙҙы яратып үҫтерәләр. Атай ҙа, әсәй ҙә йырға, бейеүгә оҫта ине, атай ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны. Рәйсә апай баянда уйнап, бик матур йырлай, ағайҙар гитараны, гармунды үҙ итте, мин дә һуңынан мандолинала уйнарға өйрәндем. Ғөмүмән, музыка яратҡан ғаилә булдыҡ.
Беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне. Атай колхозға килгән ҡунаҡтарҙы, тикшереүселәрҙе алып ҡайтыр ине. Әсәй ашарға бешерә, көнөнә ике тапҡыр икмәк һала. Ә 1963 йылда атайыбыҙ тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, йәш ҡатынға китте. Ләкин ул беҙҙе ташламаны. Һәр ваҡыт ярҙам итте. Киң күңелле, ярҙамсыл булды. Беҙгә генә түгел, бөтә кешегә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер ине ул. Шуның өсөн уны яраттылар, хөрмәт иттеләр. Педучилищела бергә уҡыған иптәштәре менән йыл һайын осрашыу ойоштороп, бик дуҫ йәшәнеләр.
Атайыбыҙ беҙҙең күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.
Балалары, туғандары,уны белгән,бергә эшләгән иптәштәре күңелендә атайымдың яҡты иҫтәлеге мәңге һаҡланыр.
Рәсимә Самарбаева.