АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
30 Апрель 2025, 09:55

Саңғыла Өфөгә нисек барғандар?

1975 йылда Баймаҡтан Өфөгә 10 кеше сағыла сыға. Уларҙың береһе Түбә ауылынан Михаил Галкин була.

Саңғыла Өфөгә нисек барғандар?Саңғыла Өфөгә нисек барғандар?
Саңғыла Өфөгә нисек барғандар?

Уның әйтеүенсә, саңғысылар үҙ уҙышын Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнай һәм  Бөрйән, Ишембай, Ауырғазы райондары аша Өфөгә барып етә. Командала Вилүр Рәхимғолов та була. Ул аҙаҡ оҙаҡ йылдар «Баймаҡ» халыҡ кәсептәре үҙәген етәкләне.

Ҡатнашыусылар туҡталған урындарҙа ветерандар менән осраша, концерт ҡуялар. Бөрйән районында уларҙы бик йылы ҡаршы алалар. -27 градуслыҡ һыуыҡта Асҡарға барып етәләр. Бер аҙна эсендә Өфөгә барып етәләр. Уларҙы тантаналы рәүештә ҡаршы алалар.


Мәғлүм булыуынса, иртәгә, 1 майҙа, Баймаҡта Еңеүҙең 80 йыллығына арналған велоуҙыш башлана. Йәғни Баймаҡтан 7 ир-егет велосипедта Өфөгә юллана. Марафон 8 майҙа Өфөлә Дуҫлыҡ Монументы янында тамамлана. Спортсылар араһында Еңеүҙең 70 йыллығында ошондай уҡ сарала ҡатнашыусы бар.

Саңғыла Өфөгә нисек барғандар?
Саңғыла Өфөгә нисек барғандар?
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас