Еңеүгә - 80 йыл
30 Апрель 2025, 06:30

Батырҙар онотолмай

Һәмән ауылының һуғыш ветераны Ишморатов Әбүзәр Әбүбәкер улы (мәрхүм) менән 2015 йылда төшкән фото.

Батырҙар онотолмайБатырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай

 

Һуғыш ветераны 1927 йылда Һәмән ауылында донъяға килә. Алты класты тамамлағас, туған колхозында эш башлай. Тиҙҙән алһыу таңдар, яҡты хыялдарҙы ҡара һөрөм ҡаплай. Бар илде ҡан илатып Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Әле быуыны нығынып та етмәгән үҫмер Әбүзәргә тиҫтерҙәре менән бер рәттән ауыр эшкә тотонорға, атайҙарының хеҙмәт урынын алырға тура килә. Ауылдың ҡото китә, көн дә һәр ғаиләне яуҙағыларҙың иҫән-һаулығы борсой. Ҡайғылы йөҙлө почтальондарҙы күрмәҫ өсөн һәр кем әллә ниҙәр эшләргә әҙер була. Тик Һәмән ауылына ла ил күргәнде кисерергә тура килә. 1944 йылдың ноябрендә Әбүзәр Ишморатов та ил һағына баҫа. Уҡсылар полкына тәғәйенләнгән йәш егет Японияға оҙатыла. Ҡыҙыл Армия фашистарҙы ҡыҫырыҡлай башлауға ҡарамаҫтан, фашистар ҙа һәр метр ер өсөн ныҡ торорға маташа. Немец илбаҫарҙары менән йөҙгә-йөҙ килеп алышҡан уҡсылар полкы тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Эйе, илен һаҡлаған һалдаттарҙың һуғыштағы һәр көнө генә түгел, сәғәте, минуты ла батырлыҡ.
Уҡсылар полкының минометсыһы Әбүзәр Ишморатов, күкрәген наградалар менән биҙәп, 1951 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ул тыныс тормошта ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә: барлыҡ эштәрҙә лә тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ була.
Бына ошондай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы, эшһөйәр кешеләрҙән үрнәк алырға, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

 

Райхана Булатова.

Автор:
Читайте нас