АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
29 Апрель 2025, 11:25

Ветеран һәм балаларым

Ғүмеренең һуңғы йылдарын Сибай ҡалаһында уҙғарған һуғыш ветераны Ҡарабаев Сәғит Ғәйзулла улы янында ҡыҙым Азалия һәм улым Арсен төшкән фото һаҡлана миндә.

Ветеран һәм балаларымВетеран һәм балаларым
Ветеран һәм балаларым

Олатай беҙҙең күрше йортта йәшәне. Уны һәр йыл 9 майҙа йорт алдында ҡотлайҙар ине. Ветеран сығып парад һәм концерт ҡарай ине. Балаларыма: «Һеҙ иҫән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын күреүсе һуңғы быуын, фотоға төшөп ҡалығыҙ»,—тигәйнем. Яңылышмаһам, был фотоны 2020 йә 2021 йылда төшөрҙөм.

Ветераныбыҙ йәмле Бөрйән районының Кейекбай ауылында донъяға килгән. Һуғыш башланғанда ул мәктәпте лә тамамламаған
була әле. 1944 йылда армияға саҡыртылып, Калининград ҡалаһында әсирлеккә төшкән немец, япон һалдаттарын һаҡлай. Ошо хеҙмәтен 1947 йылға тиклем намыҫ менән үтәп ҡайта. Унан ғаиләһе менән Йылайыр районының Шанск ауылына күсеп, ғүмерен леспромхозда эшләп тыуған илгә хеҙмәт итә.

 

Линара Ҡырымғужина. Сибай ҡалаһы.

#Победа80

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас