АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
29 Апрель 2025, 11:25

Еңеү байрамында осрашҡайныҡ

Сәғит Ғәтиәт улы Ишбирҙин 1925 йылдың 25 декабрендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. 1943 йылдың ғинуарында һуғышҡа алына, Үҙәк һәм Белоруссия фронттары составында тыуған ил азатлығы өсөн көрәшә. Иң тәүге алышы Курск дуғаһында була.

Еңеү байрамында осрашҡайныҡЕңеү байрамында осрашҡайныҡ
Еңеү байрамында осрашҡайныҡ


Сәғит Ишбирҙин III дәрәжә Дан ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике тапҡыр "Почет билдәһе" ордены, "Батырлыҡ өсөн", "Берлинды алған өсөн", "Варшаваны азат иткән өсөн", "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн", "Хеҙмәт батырлығы өсөн", "Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Сәғит Ишбирҙин мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, райондың башҡарма комитеттарын етәкләй. Күп йылдар дауамында Башҡортостандың ветерандар хәрәкәтендә, йәштәргә патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнаша.

 

Ветеран 2021 йылда вафат булды.

 

Әлеге фотоны Өфөлә Еңеү байрамында иҫтәлеккә төшкәйнек.

 

Гөлдәр Яҡшығолова.
Өфө ҡалаһы.

 

#Победа80

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас