АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель 2025, 11:35

Иҫтәлеккә төшөп ҡалғанбыҙ...

2015 йылдың 5 апрелендә беҙ ауыл китапханасылары—Әнүзә Мәжитова, Зифа Мәүлитова, Райхана Булатова, район китапханаһы методисы Сәрүәр Иҙелбаева—ауыл күстәнәстәре менән һуғыш ветераны Вара Бәшәр улының хәлен белергә барҙыҡ. Ауылдаштары килгәнгә Мәрзиә апай менән Вара ағай шул тиклем ҡыуанды. Бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Улар ауыр һуғыш йылдары тураһында һөйләне. Мәрзиә апай тылдағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс көндән, 8 апрель көнө, бөтә һуғыш ауырлығын, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы күргән Вара Буранбаев мәрхүм булды.   Әнүзә Мәжитова.

Иҫтәлеккә төшөп ҡалғанбыҙ...Иҫтәлеккә төшөп ҡалғанбыҙ...
Иҫтәлеккә төшөп ҡалғанбыҙ...

Вара Бәшәр улы үҙенең автобиографияһында былай тип яҙа:


Мин, Буранбаев Вара Бәшәр улы, 1924 йылдың 28 июнендә Түбә алтын приискыһында шахтер-забойсы ғаиләһендә тыуғанмын. 1931 йылда Түбә урта мәктәбенә барып, Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда тамамланым. Атайымды ҡулға алып китеүҙәре сәбәпле, ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, 16 йәштән ҡара эштә эшләргә тура килде. Башта өс ай торф ҡырҡтым, шунан өс ай шахтала буронос булып эшләнем. Ҡарт шахтерҙарҙың яҡшы кәңәшен тотоп, шахтанан ер өҫтөнә сыҡтым һәм 1942 йылдың авгусына тиклем приискының урмансылыҡ складында үлсәүсе, яуаплы ҡабул итеүсе вазифаларын башҡарҙым.
1942 йылдың йәйе уртаһында мине, 18 йәшем тулыу менән, әрмегә алдылар. Фронттағы тәүге сынығыуҙы 1943 йылдың июлендә Курск дуғаһындағы ҡанлы һәм ҡаты алыштарҙа алдым. Еңеү таңын танк командиры вазифаһында Берлиндың көньяғындараҡ Потсдам ҡалаһында ҡаршыланым. 1947 йылдың 1 апрелендә, армиянан демобилизацияланып, тыуған яҡтарыма ҡайтып төштөм.
Илдә аслыҡ, эшһеҙлек. 1948 йылдың авгусына тиклем төрлө ҡара эштәрҙә ҡағылып-һуғылып йөрөгәндән һуң, миңә Түбә руднигында эшләп килгән район Пионерҙар йортоноң директоры вазифаһын тәҡдим иттеләр. 1949 йылдың йәйендә Пионерҙар йорто Баймаҡҡа күскәс, партия райкомы мине район гәзиттәре редакциялары эргәһендәге урындағы радиотапшырыу мөхәррире эшенә тәғәйенләне. Артабан "Ҡыҙыл Баймаҡ" район гәзитенең яуаплы мөхәррире, Баймаҡ партия райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, Баймаҡ хеҙмәтсәндәр депутаттарының район Советы рәйесе урынбаҫары, Баймаҡ производство парткомының инструктор-парторганизаторы, Баймаҡ районы халыҡ контроле комитеты рәйесе, "Башкинопрокат"тың Баймаҡ филиалы директоры булдым. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әле төрлө вазифалар биләргә тура килде. 1991 йылдың майында башкөллө ялға сыҡтым.
Эшләп өйрәнгән кешегә тик ятып булмай бит инде. Иҫтәлектәр, хикәйәләр яҙырға тотондом. Яҙған бер әҫәрем матбуғат биттәрендә донъя күрә башлағас, дәртләнеп киттем. Мине ҙурлап ташланылар. 1997 йылда журналистика буйынса "Сәғит Мифтахов премияһы лауреаты" исеме бирҙеләр. 1999 йылда әҙәбиәт буйынса Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ булдым. 1998 йылда Баймаҡ ҡалаһының 60 йыллыҡ юбилейында мин "Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданины" тигән юғары исемгә лайыҡ булдым. Бының өсөн ҡала-район етәкселәренә ҙур рәхмәтлемен. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тигәндәй, эшләгән осоромда "Почет билдәһе" ордены, "За трудовые отличия", "За доблестный труд", "Ветеран труда" миҙалдары менән бүләкләндем.
Ә бынан алдағы һуғыш наградалары: "Великая Отечественная война" ордены, "За боевые заслуги", "За победу над Германией" миҙалдары. Йәмғеһе 15 орден һәм миҙалдар. Ҡалғандары Совет Армияһының һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилейҙарына арналған наградалар. Быларҙан тыш, Мәскәү, Өфө һәм Баймаҡ районы бүләкләгән егермегә яҡын Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары бар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас