

Хәйбулла районы Федоровка ауылының «Таяныс» клубы ир-егеттәре Еңеү көнө парадына иҫке, әммә билдәле ГАЗ-69 машинаһын әҙерләй. Кемдер кузовты тутығынан таҙарта, кемдер двигателде ремонтлай. Хатта балалар ҙа өлкәндәргә мөмкин булғанса ярҙам итә: инструменттар алып бирә, ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡара. Барыһы ла бер команда булып татыу эшләй. Атайҙар улдарына техниканы өйрәтә һәм байрамдың мөһимлеге тураһында һөйләй. Еңеү көнөнә тиклем бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды, әммә барыһы ла парадҡа машина әҙер буласағына ышана!
Быйыл Хәйбулла районында Еңеү көнөнә арналған тантаналы митингылар урындарҙа иртәнән алып үтәсәк, ә 13.00 сәғәттә барыһы ла Аҡъярҙа «Еңеү һалдаттары» һәйкәле янында йыйыласаҡ. Дөйөм белем биреү, мәктәпкәсә учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары араһында конкурс ойошторола. Быйыл «Үлемһеҙ полк» маршы ла уҙғарыла.