Еңеүгә - 80 йыл
18 Апрель 2025, 10:05

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

 Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау профсоюзы Президиумы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең 26 финалисын билдәләне. Улар араһында Башҡортостандан табип Илгиз Тимербулатов та бар. Талантлы егет Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында оториноларинголог булып эшләй, БДМУ-ның оториноларингология кафедраһы ассистенты ла. Финалист булараҡ Илгиз 27 апрелдә Мәскәүҙә сығыш яһаясаҡ. -Рәсәй кимәлендәге ярышта республикабыҙ намыҫын яҡлау—минең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Христос Спаситель Храмында уҙасаҡ музыкаль фестивалдең гала-концертында гран-при менән бер рәттән “Халыҡ һөйөүе” махсус премияһына лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләйәсәктәр. Был номинацияла еңеүсе тауыш йыйыу һөҙөмтәһенә ҡарап билдәләнә. Шуға күрә, республика, илебеҙ халҡын Telegram-ботында t.me/muzprzrf_bot. һылтанмаһы аша үтеп, минең өсөн тауыш бирергә саҡырам,--ти Илгиз Сәлих улы. Тауыш биреү 27 апрелдә гала-концерт тамамланға ҡәҙәр дауам итә. Шуға күрә әүҙем рәүештә яҡташыбыҙ Илгиз Тимербулатов өсөн тауыш биреп, республикабыҙ, ҡалабыҙ халҡының берҙәм һәм намыҫсан булыуын иҫбатлайыҡ, дуҫтар!

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!
Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

Бөйөк Еңеүгә—80 йыл!

 

Илгиз Алтын ҡасабаһында йәшәүсе Сәлих һәм Лилиә Тимербулатовтарҙың баш балаһы. Ғаилә башлығы Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында, Лилиә Ғәлийән ҡыҙы Хәйбулла районының Уфимка ауылында тыуған. Сәлих Шәһит улы оҙаҡ йылдар Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында директор урынбаҫары вазифаһын биләне. Лилиә Сибай үҙәк дауаханаһының ойоштороу-методик бүгененең өлкән фельдшеры. Тимербулатовтарҙың икенсе улдары Рәил дә быйыл БДМУ янындағы медицина колледжын тамамлап, ҡулына стоматолог-ортопед дипломын алырға тора. Ҡыҙҙары Гүзәлиә “Ирәндек” лицейында 9-сы класта уҡый.

-Өс балабыҙ ҙа музыкаль һәләтле, үҙаллы, эшһөйәр, уҡыуҙарына ла, эштәренә лә яуаплы ҡарай. Илгиз бәләкәстән йырлаһа ла вокал буйынса түңәрәктәргә лә, музыка мәктәбенә лә йөрөмәне. “Ирәндек” лицейында 10-сы класта уҡығанда ныҡлап вокал менән шөғөлләнә башланы. Атаһы йыр-ул күңел өсөн шөғөлөң булһын, тормошта кәрәкле һөнәр һайла, медицина юлынан кит, тип кәңәш бирҙе. Улыбыҙ уның һүҙен йыҡманы,--тип һөйләй егеттең әсәһе Лилиә Ғәлийән ҡыҙы.-Гимназияла белем алған Рәил улым иһә музыкаль мәктәптең саксофон, ҡыҙыбыҙ флейта класын тамамланы.

Төрлө телдәрҙә бер үк матур йырлаған Илгиз лицейҙа уҡығанда ла, медицина университетында ла йыр буйынса бик күп конкурстарҙа ҡатнашып, гран-при, лауреат, дипломант исемдәрен яулай. 50-нән ашыу диплом, грамотаһы бар. 2013 йылда “Этнофест” Халыҡ-ара йәштәр фестивалендә дипломант булып таныла. “БДМУ мистеры-2013” конкурсында ҡатнашыу өсөн музыкаль номер әҙерләгәндә буласаҡ кәләше—Стәрлетамаҡ ҡалаһы һылыуы Диана менән таныша. Йәштәр 2020 йылда өйләнешә.

-Рәсәй кимәлендәге ярышта республикабыҙ намыҫын яҡлау—минең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Христос Спаситель Храмында уҙасаҡ музыкаль фестивалдең гала-концертында гран-при менән бер рәттән “Халыҡ һөйөүе” махсус премияһына лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләйәсәктәр. Был номинацияла еңеүсе тауыш йыйыу һөҙөмтәһенә ҡарап билдәләнә. Шуға күрә, республика, илебеҙ халҡын Telegram-ботында t.me/muzprzrf_bot. һылтанмаһы аша үтеп, минең өсөн тауыш бирергә саҡырам,--ти Илгиз Сәлих улы.

Тауыш биреү 27 апрелдә гала-концерт тамамланға ҡәҙәр дауам итә. Шуға күрә әүҙем рәүештә яҡташыбыҙ Илгиз Тимербулатов өсөн тауыш биреп, республикабыҙ, ҡалабыҙ халҡының берҙәм һәм намыҫсан булыуын иҫбатлайыҡ, дуҫтар!

Гөлдәр Ҡадаева.

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!
Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас