АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
9 Апреля 2025, 10:40

Һәйкәлдәр тереләр өсөн

Бөйөк Еңеү байрамына Хәйбулла районында бөтәһе 57 һәйкәл төҙөкләндереләсәк. Уларҙың ныҡ иҫкеләренә капиталь ремонт яһалһа, ҡайһы берҙәре косметик йәһәттән матурланасаҡ. Әбделнәсир һәм Таштуғай ауылдарында иһә яңы һәйкәлдәр ҡалҡып сығасаҡ. Аҡъярҙағы Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсы халыҡ һорауы буйынса «Еңеү һалдаты» һәйкәле билмәһенә күсерелә. Иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереүгә һәм ремонтлауға 4 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ул иҫәпкә муниципаль бюджеттан да өлөш сығарылған, бағыусылар ҙа ярҙам иткән.

Һәйкәлдәр тереләр өсөнҺәйкәлдәр тереләр өсөн
Һәйкәлдәр тереләр өсөн

Һәйкәлдәр-тереләр өсөн

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Хәйбулла районында яугирҙәргә арналған иҫтәлекле урындар төҙөкләндерелә һәм ремонтлана. Был хаҡта социаль селтәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов белгертте.

-Һәйкәлдәр-тереләр өсөн. Шуға ла беҙ уларҙы тәртиптә тоторға, ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтарын бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ,--тип яҙҙы башлыҡ.

Бөйөк Еңеү байрамына районда 57 һәйкәл төҙөкләндереләсәк. Уларҙың ныҡ иҫкеләренә капиталь ремонт яһалһа, ҡайһы берҙәре косметик йәһәттән матурланасаҡ. Әбделнәсир һәм Таштуғай ауылдарында иһә яңы һәйкәлдәр ҡалҡып сығасаҡ. Аҡъярҙағы Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсы халыҡ һорауы буйынса «Еңеү һалдаты» һәйкәле билмәһенә күсерелә. Иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереүгә һәм ремонтлауға 4 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ул иҫәпкә муниципаль бюджеттан да өлөш сығарылған, бағыусылар ҙа ярҙам иткән.

-Райондың барлыҡ ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәрен, төбәк халҡын изге эшкә үҙ көстәрен индерергә саҡырым. Һуғыш ветерандарының сикһеҙ ҡыйыулығын хәтерләткән урынды таҙалау, ағартыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләргә ҡушылыу ҙа, финанс ярҙамы ла хуплана. Еңеү байрамында барлыҡ һәйкәл, обелискыларҙың да тышҡы йөҙө тейешле кимәлгә еткерелһен өсөн барлыҡ тырышлыҡты һалырға кәрәк. Был беҙҙең изге бурыс,--ти Рөстәм Динислам улы, төбәк халҡын әүҙем булырға өндәп.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас