Һалдат менән бәхилләшеүгә “Мир” йәштәр йортона халыҡ бик күп килде. Класташтары, дуҫтары, туғандары, яҡындары егетте тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.
Денис Нәйлә һәм Ирек Әбүбәкировтарҙың йәш ғаиләһенә йәм өҫтәп 1990 йылдың 5 ноябрендә Куйбышев ҡалаһында тыуған. Нәйлә Яхъя ҡыҙы Баймаҡ районының Ҡарамалы, Ирек Абдрахман улы Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылында тыуып үҫә. Шуға ла йәштәр Сибайға ҡайтып төпләнә. Денис ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 9-сы класты тамамлай. Артабан уҡыуын Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжда дауам итә. Техниканы яҡшы белә, машина тиһәң иҫе китә. Ҡустыһы, һеңлеһе, ата-әсәһенә ныҡлы терәк була. 2010 йылда Денис әрме сафына алына. Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында хәрби бурысын үтәй. Демобилизацияланғас, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 2015 йылға ҡәҙәр әрме сафында ҡала. Унан Сибайға ҡайта, өс бүлмәле фатир, автомобиль һатып ала. Себер тарафтарына вахта ысулы менән йөрөп эшләй.
-Денис махсус хәрби операцияға китәм тигәс, улым, аҡсаны бит бында ла яҡшы эшләйһең. Нимәгә унда атлығаһың? Ҡуй, балам, йөрөмә, мине утлы ғазапҡа һалма!—тип ялбарҙым.Уным:-Әсәй! Бөтә дуҫтарым шунда. Йәп-йәш егеттәр ғәзиз баштарын һалғанда мин бында тыныс ҡына ята алмайым. Барам. Ата-бабам ҡан ҡойған, мин дә уларҙың юлын һайлайым,--тине.
Денис Әбүбәкиров махсус хәрби операцияға 2024 йылдың 2 июнендә юллана. Хәрби әҙерлекте Һамар өлкәһенең Рощинский хәрби часында үтә. Өлкән сержант гранатометчик, штурмовик дәрәжәһендә һуғышҡа инә. Тәүге тапҡыр яраланғанда үҙе ҡанһыраһа ла бер һалдатты тыныс урынға һөйрәп алып сыға. Алты сәғәттән ашыу шыуышып, саҡ иптәштәре янына килеп йығыла. Икенсе тапҡыр иһә дрон ярсыҡтары уның бөтә тәненә сәсрәп тарала, эсе буйынан-буйына йыртыла. Санкт-Петербургта госпиталдә ята. Унан инде егетте алғы һыҙыҡҡа ташлайҙар һәм штурмовик Денис Әбүбәкиров яуҙан сыға алмай. 2024 йылдың 19 октябрендә ул батырҙарса һәләк була.
-Улым атаһы Ирек Абдрахман улы мәрхүмдең тыуған көнөндә үлгән. Мин унан хәбәр булмағас, Һамар өлкәһенең Рощинский хәрби часына барып эҙләнем. Ошо уҡ частә атаһы ваҡытында әрме хеҙмәтен элемтәсе булып үткән,--тип һөйләй әсәһе, күҙ йәштәрен тыя алмай.
Денистың ҡартатаһы Абдрахман Әбделғәни улы Әбүбәкиров та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1944 йылда фронтҡа үҙ теләге менән китә. Кесе командирҙар курсын үткәс, сержант дәрәжәһендә 1-се Украина фронтына ебәрелә. Львовты фашистарҙан азат итеүҙә, Одер, Висла йылғаларын форсировкалауҙа, Сандомир операцияһында ҡатнаша. Көнбайыш Украинаны бандеровысларҙан таҙарта. Дрезденды алғанда ҡаты яралана. Һуғышты 7-се механизацияланған корпус составында тамамлай. 1950 йылға ҡәҙәр Чехословакия, Австрия, Венгрия, Румынияның Калинец, Дрезден, Фюрстенфальд ҡалаларында хеҙмәтен дауам итә. Демобилизацияланғас Хәйбулла районының Мәмбәт, тыуған ауылы Әбүбәкир мәктәптәрендә балалар уҡыта, директор була. 1-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”һәм башҡа юбилей, хеҙмәт миҙалдары менән наградланған. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы маҡтыулы исеменә лайыҡ булған.
-Балам атаһы, ҡартатаһы хеҙмәт иткән урындарҙа булып, неонацизамға ҡаршы көрәште. Тыуған иле алдындағы батырлығы үлгәндән һуң булһа ла “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән баһаланды,--ти әсәһе Әбүбәкирвтарҙарҙың ҡыйыулығы менән ғорурланып.-Тик бына Денисым өйләнеп өлгөрмәне. Шуға ныҡ эсем боша. Ярай әле, Айгиз улым, ҡыҙым Айзиләм бар, шулар өсөн артабан йәшәргә тырышам.
Гөлдәр Ҡадаева.