Еңеүгә - 80 йыл
25 Март 2025, 03:35

Ветерандарға - рәхмәт!

Килеүемде көтә ветерандар...

Ветерандарға - рәхмәт!Ветерандарға - рәхмәт!
Ветерандарға - рәхмәт!

--Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар көндән-көн кәмей бара. Уларға йөрөү ауыр, күптәр насар ишетә. Иҫән легендалар менән күрешеп, ҡулдарын тотоп, Еңеү өсөн рәхмәт әйтергә өлгөрөргә теләйем. Йола буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар янына - Баймаҡ ҡалаһына 102 йәшлек Потапова Валентина Георгиевнаға һәм Сибай ҡалаһына -101 йәшлек Рысбаева Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙына барып, уларға бүләктәр тапшырҙым. Һуңғы биш йылда уларға йылына бер нисә тапҡыр барып, байрамдар менән ҡотлайым, Еңеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм. Көтәләр, ҡыуаналар. Был юлы беҙ сәй эстек, аралаштыҡ. Улар үҙ фекерҙәрен, кәңәштәрен әйтә, уларҙың теләк-тәҡдиме миңә кешеләр менән эшләүҙә, закондар ҡабул итеүҙә мөһим һәм кәрәкле. Уларҙың икеһенең дә яҙмыштары оҡшаш, үҙ теләктәре менән фронтҡа китәләр. Улар ул саҡта 19 йәшлек кенә ҡыҙҙар була. Иптәштәрен юғалтып, һуғыш ҡурҡынысын күреп, Еңеү менән ҙурайып ҡайталар. Улар икеһе лә шат күңелле, шаян, ҡасан тағы килеүемде һорайҙар. Килергә тырышырмын, сөнки беҙ Еңеү көнөндә генә түгел, һәр саҡ уларға рәхмәтле булырға тейеш,--тип яҙа социаль селтәрҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас