-Һеҙҙең исемдәрегеҙ ҡаһарманлыҡ, ныҡлыҡ өлгөһө булараҡ, Тыуған илде сикһеҙ һөйөүегеҙ Сибайыбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйем!—тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Озерцов.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Рысбаеваға былтыр декабрҙә 101 йәш тулған.
Һуғышҡа ул 18 йәшендә китә. Авиамеханик, парашюттарҙы һалып тороусы булып хеҙмәт итә. Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. 2-се дәрәжә Ватан ордены, “Германияны еңгәне өсөн” һәм башҡа хәрби миҙалдар менән наградланған.
Һуғыштан һуң Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы хәрби заводта, унан рудникта, ташсы булып эшләй.
Анатолий Георгиевич Копылов Баймаҡ районының Покровка ауылында 1926 йылда тыуған. Баймаҡ тау-металлургия техникумында белем алған.
Һуғышҡа 1945 йылдың 31 ғинуарында Баймаҡ район хәрби комиссиатынан алынған. Куйбышев өлкәһендә диңгеҙ осоусылары курсын үткән. Диңгеҙ авиация полкында электр ҡорамалдары буйынса эскадрилья технигы булып хеҙмәт иткән.
Техник фәндәр кандидаты, техник-лейтенант, инженер-полковник Пермь ауыл хужалығы академияһында уҡытҡан. Бер нисә тапҡыр ракета осороуҙа ҡатнашҡан.
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Ҡыйыулыҡ өсөн» һәм башҡа хәрби миҙалдар менән наградланған.
Концлагерь тотҡоно Екатерина Усик 1944 йылдың 2 сентябрендә Германияла тыуған. Береһенән-береһе кесе балаларын аслыҡтан, яланғаслыҡтан, үлемдән әсәһе ҡотҡарып алып ҡалған. Усиктар ғаиләһе 1954 йылда Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһына күсеп килә. Екатерина Степановна тегенсе һөнәрен үҙләштереп, 1969 йылда Сибайға йүнәлтмә буйынса килә. Тегеү фабрикаһында тегенсе, контролер, бригадир, мастер, техник контроль бүлеге начальнигы булып эшләй.
Идия Степановна Йомағужина ла бала ғына көйөнсә концлагерь тотҡоно була. Немец илбаҫарҙарынан күргән михнәтте ул һаман булһа яҡшы иҫләй һәм ҡәһәрле һуғышҡа ләғнәт уҡый.