Яңы йыл башынан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү минимумын арттырыу планлаштырыла. Был күрһәткестәр социаль түләүҙәрҙе хәҙерге иҡтисади шарттарға яраҡлаштырыу һәм граждандарға кәрәкле ярҙам күрһәтеү өсөн ҡулланыла. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Каплан Панеш һүҙҙәренә ҡарағанда, 2026 йылдың 1 ғинуарынан МРОТ айына 27 093 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта йәшәү минимумын да арттырыу күҙаллана: эшкә яраҡлы кешеләр өсөн--20 644 һумға, пенсионерҙар өсөн--16 079 һумға, балалар өсөн--8 371 һумға еткереләсәк. Был күрһәткестәр социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн нигеҙ булып тора.
2026 йылда әсәлек капиталы 974,1 мең һумға тиклем арта
Түләүҙәр 1 февралдән инфляция кимәленә индексациялана. Прогноз буйынса, ул 6,8% тәшкил итәсәк.
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2026 йылда социаль түләүҙәрҙе индексациялау тураһында иғлан итте. Ведомство белдереүенән күренеүенсә, әгәр ғаиләлә беренсе балаға әсәлек капиталы түләнмәгән икән, икенсе балаға әсәлек капиталы 974,1 мең һумғаса еткерелә, беренсе балаға иһә 737,2 мең һумға тиклем арттырыла.
Ә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 28 773 һумға тиклем арта.Шулай уҡ 1 февралдән инвалид граждандарға, ветерандарға, Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына, Герой-әсәләргә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, радиациянан зыян күргән кешеләргә пособиелар һәм башҡа ярҙам саралары инфляция кимәле буйынса индексациялана.
Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Ошо туралағы указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Ил Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын һәм тематик йылдың саралар планын төҙөү бурысы йөкмәтелде. Башҡортостан өсөн был тема айырыуса яҡын. Республикала 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй.
Башҡортостанда
Башҡортостан хөкүмәте 2026 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәү минимумын арттырыуҙы раҫланы
Дөйөм күрһәткес бер кешегә 16 856 һум тәшкил итәсәк. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы--18 373 һумға, пенсионерҙар өсөн--14 496 һумға, балалар өсөн 16 350 һумға тиң буласаҡ. Индикатор 6,8 процентҡа артасаҡ. Ағымдағы йылда йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итә, эшкә һәләтле халыҡ өсөн--17 202 һум, пенсионерҙар өсөн--13 573 һум, ә балалар өсөн--15 309 һум. Сағыштырыу өсөн, 2025 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәү минимумы 14,75 процентҡа, 13 753 һумдан арттырылды.
МРОТ минималь рөхсәт ителгән хеҙмәт хаҡы кимәлен билдәләй, шулай уҡ айырым пособияларҙы иҫәпләүҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, уға эшһеҙлек буйынса минималь пособие һәм алты айҙан кәм эш стажы булған йәки МРОТ-тан түбән килем алған граждандар өсөн эшкә яһаҡһыҙлыҡ (больничный) түләүҙәренең күләме бәйле.
Йәшәү минимумы, үҙ сиратында, социаль ярҙамға мохтажлыҡты баһалау өсөн ҡулланыла. Уға 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ 3 йәштән 18 йәшкә тиклемге аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға түләүҙәр билдәләү бәйле. Ҡайһы бер төбәктәрҙә өҫтәмә балалар пособиялары ла ундағы йәшәү минимумына нигеҙләнеп иҫәпләнә. Шулай итеп, йыл һайын күрһәткестәрҙе индексациялау социаль түләүҙәрҙең автоматик рәүештә арта барыуына килтерә.
Башҡортостанда сүп-сарҙы сығарыу йәнә ҡиммәтләнәсәк
2026 йылда республика халҡын сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙең тағы ла артыуы көтә. Республика дәүләт комитеты тарафынан әҙерләнгән документ проекттарына ярашлы, артыу сүп-сар менән эш итеүсе төбәк операторҙарының хеҙмәтләндереү биләмәһенә ҡарап 1 проценттан алып 9 процентҡа тиклем барып етеүе ихтимал.Хаҡтарҙы үҙгәртеү ғәҙәттәгесә, йәй түгел, ә 1 октябрҙән планлаштыралар. Бындай ҡарар федераль кимәлдә ҡабул ителгән, шуға күрә тарифтарҙы төҙәтеү һуңғы срокҡа күсерелә.Мәҫәлән, Өфөнө һәм Башкортостандың үҙәк һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын хеҙмәтләндереүсе иң эре төбәк оператор «Спецавтохозяйство» йәмғиәтенә тарифты 1,31%-ҡа арттырырға тәҡдим итәләр: йәғни сүп-сарҙың кубометрын 683,11-ҙән 692,11 һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Документтар әле проект рәүешендә, һандарҙың аныҡ дәүмәле һуңыраҡ раҫланасаҡ.
Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәрҙе яңылыҡтар көтә
Яңы ҡағиҙәләр пенсия алған ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Биш һәм унан күберәк балаһы булған күп балалы әсәйҙәр пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн ғариза бирергә хоҡуҡлы. Быны шәхсән, Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең теләһә ҡайһы клиент хеҙмәтендә йәки онлайн – Дәүләт хеҙмәттәрендә эшләргә мөмкин. Социаль фондҡа мөрәжәғәт иткәндә үҙең менән бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға кәрәк. Ғариза 2025 йылдың декабрендә бирелгән икән, арттырылған пенсия 2026 йылдың ғинуарынан түләнә башлай. Һәр баланы кәмендә йыл ярым ҡараған осраҡта әсә беренсе балаға--2,7; икенсеһенә--5,4; өсөнсөһө һәм унан һуңғы балаларға 8,1 пенсия коэффициенты алырға тейеш. Консультация алыу һәм яҙылыу өсөн берҙәм контакт-үҙәк номеры: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай).
Эшләүсе атай-әсәйҙәргә ҡағыла
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байҡусҡаров белдереүенсә,
эшләүсе атай-әсәйҙәр өсөн 2026 йылдың 1 ғинуарынан ғаилә түләүҙәре индерелә. Был ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, әгәр уларҙың килеме төбәк йәшәү минимумынан 1,5-тән кәм булһа, НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарасаҡ, тигәнде аңлата. 18 йәшкә тиклем ике һәм унан күберәк балаһы булғандарға (бала көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса белем алһа--23 йәшкә тиклем) яңы түләүҙәр булдырылды. Эшләүсе атай-әсәйҙәрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың, опекундарҙың, попечителдәрҙең) 2025 йылдағы дөйөм килеменән тотолған физик шәхестәрҙең килеменә һалымдар (артабан--НДФЛ) түләнгән осраҡта һәм ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған осраҡта түләү алыуға хоҡуғы буласаҡ. Бындай атай-әсәйҙәргә 2025 йыл өсөн түләнгән 13 процент НДФЛ-дың 7 проценты кире ҡайтарыла. Миҫал өсөн ике бәлиғ булмаған бала (йәки береһе студент) үҫтереүсе ғаиләне алайыҡ. 2025 йылда атай-әсәйҙең йәки береһенең уртаҡ килеме 1 миллион һум тәшкил итә, ти. Уларҙан йылына 13 процент НДФЛ тотола, был--130 мең һум. 2025 йылда Башҡортостанда йәшәү минимумы 15 782 һум күләмендә билдәләнгән. 1,5 тапҡырға ҙурыраҡ күләм был ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн 23 673 һум тәшкил итә. Тимәк, уларға 70 мең һумды кире ҡайтарырға мөмкин. Сөнки ғаилә ағзаһына айлыҡ килем 1,5 тапҡыр йәшәү минимумынан түбәнерәк (ғаилә килеме айына 83 333 һум тәшкил итә, һәр береһенә--20 833 һум). Һөҙөмтәлә, улар 2025 йылда НДФЛ-ды 13 процент түгел, ә 6 процент түләйәсәк. Был ярҙам менән түбән эш хаҡы арҡаһында ярҙамға мохтаждар файҙалана ала. Атай-әсәйҙәрҙең йәки уларҙың береһе рәсми рәүештә эшләүе мотлаҡ.