-Ағас ултыртыуҙа ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәтте. Мәңге йәшел ағастар ҡалабыҙҙың йөҙөн тағы ла матурайтып ебәрер, һауаһын сафландырыр, ҡыш көнө яңы йыл кәйефе өҫтәр тип ышанам. Иң мөһиме, яңы ергә ерегеп үҫеп китһен,--тине ҡаланың юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығының йәшелләндереү буйынса инспекторы Морат Яҡшыбулов.
Эшҡыуар ҡалабыҙға бөтәһе 50 шыршы үҫентеһе бүләк иткән. Ҡалған йәшел ағастар башҡа аллеяларға ултыртыласаҡ. Ҡалабыҙҙың тышҡы йөҙөн йәшелләндереүгә тос өлөш индергән Юрий Ивановҡа сибайҙар ҙур рәхмәт белдерә.
-Сибай институты алдындағы аллеяға йәш үҫентеләр ултыртыу дауам ителә. Әле унда ылыҫлы ағастар барлыҡҡа килеү был йәмәғәт урынына тағы ла йәшеллек өҫтәр. Юрий Ивановтың шыршылары тип үткән һайын ҡарап, һоҡланып үтербеҙ,--тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, эшҡыуарҙың изге эшен хуплап.
Гөлдәр Ҡадаева.