-3 °С
Ҡар
--"һаумы әле, улым! Һиңә бер үтенесем бар. Рәмзис һәм миңә арнап йыр яҙа алмаҫһыңмы?" - тип МХО-ла башын һалған Рәмзистең әсәһе Рәмилә әбей күҙ йәштәре аша мөрәжәғәт итте. Рәмзис классташым менән бала, үҫмер саҡтар бергә үтте,--тип яҙа М.Кәрим исемендәге йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәмилә инәй йырҙы ишетеп өлгөрмәй. Йыр яҙылып бөтөүгә ауыр ҡайғыларҙан мәрхүмә була. Бик йәл…
--Был йырым Рәмилә әбейгә һәм улы, классташым Рәмзискә, ҡустым Илсафҡа арнала.Һәм яуҙа һәләк булған, ғәзиз балаларын, улдарын юғалтҡан барлыҡ әсәләргә бағышлана,--тип яҙа Илнур Лоҡманов.
Яңы йырҙың һүҙҙәрен Ф. Дәүләтбаев яҙған, көй авторы Ильяс Кинйәғолов.