АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2022, 16:05

Луизаға эйәреп

Өфөлә ювелир салонының 22 йәшлек хеҙмәткәре 12 миллион һумлыҡ затлы биҙәүестәрҙе урлап ҡасҡанӨфөнөң «Мега» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан «Ювелирцентр» салоны һатыусыһы затлы биҙәүестәрҙе урлауҙа ғәйепләнә, уларҙың хаҡы яҡынса 12 миллион һум тип баһалана.«Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 19 ноябрҙә 22 йәшлек ҡыҙ, эш көнө тамамланғас, хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙәренә ҡайтарып ебәргән, ә үҙе ҡиммәтле биҙәүестәрҙе ҡумталарға тултырған да ҡуртымға алынған фатирына алып ҡайтҡан. Һуңынан ошо ҡумталар менән ниндәйҙер машинаға ултырып, билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән.

Луизаға эйәреп
Луизаға эйәреп

 

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, мут ҡыҙ Өфөгә Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһынан килгән.

Буш витриналарҙы күреп аптырауҙа ҡалған коллегалары полицияға мөрәжәғәт иткән. Әле ҡыҙҙы эҙләйҙәр.

Әсәһе ҡыҙының ике ай элек Өфөгә аҡса эшләргә киткәнен әйткән. Бығаса уның хөкөм ителгәне булмаған.

Автор:Гульдар Кадаева