Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2022, 20:28

Әйләнә карусель әйләнә...

      Хәйлә менән бөтмәһен инде был ярыш, ғәҙел тамамланһын, шуға өмөт итәйек. Көтөргә күп ҡалманы.

Әйләнә карусель әйләнә...
Әйләнә карусель әйләнә...

Бына, ниһайәт көтөп алынған көн – ҡатын-ҡыҙҙарҙың фигуралы шыуыуҙағы ҡыҫҡа программаһы. Өмөт менән тулҡынланып зәңгәр экранға төбәлгәнбеҙ. Беҙҙекеләрҙән беренсе булып боҙға Камила Вәлиева сыҡты. Йөҙө борсоулы һымаҡ, хәрәкәттәрендә бер аҙ көсөргәнешлек тойола. Ҡатыным белгән доғаларын бышылдап Хоҙай Тәғәләнән уңышлы сығыш ялбарып ҡулдарын алға һондо. Мин инде залды арҡыры-буйға йөрөп ҡолаҡтарымды томаланым. Комментаторҙың тауышын ишетмәйем бары Камиланың хәрәкәттәрен генә күҙәтәм. Камила сығышынан дүрт әйләнмәле толопты (четверной тулуп) алған, хата ебәрергә телә-мәгәндер, күрәһең. Өс әйләнмәле аксель. Хата. Спортсы ике аяғына баҫып саҡ йығылмай ҡалды. Йә Хоҙай ары нимә булыр? Ары өс әйләнмәле флип. Икенсе өлөштә – өс әйләнмәле лутц һәм өс әйләнмәле толоп. Былары шәп сыҡты. Был тиклем дә оҙаҡ сығыш булыр икән, ваҡыт туҡталып ҡалған һымаҡ. Бына ниһайәт тамам. Ҡатыным Камила ҡушы-лып илап ебәрҙе. Камила сығышы өсөн 82, 16 балл алды. Ары Александра Трусова сыҡты. Саша акселдә йығылып уҡ китте. Был ниндәй ҡәһәрле, мәкерле аксель булды әле? Уның ҡарауы башҡа элементтар хатаһыҙ башҡарылды. Шәп үк булмаһа ла уртаса сығыш. Анна Щербакова инде үҙенең шыуыуында исмаһам бер хата ебәрһәсе, шул тиклем матур, шул тиклем юғары кимәлдә сығыш яһаны һәм халыҡ-ара аренала тәүге тапҡыр үҙенең шәхси рекордын ҡуйҙы. Япон спортсыһы Каори Сакамото беҙҙең “өс таған”ға килеп тығылып өсөнсө урынды биләне. Шулай итеп Камила беренсе, Анна икенсе, Саша дүртенсе. Һөҙөмтәләр шул тиклем дә тығыҙ, ирекле программала кемдең алға сығыуын күҙаллау мөмкин дә түгел. Ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар теләйек. Мостай ағайҙың шәп шиғыры бар:
Әйләнә карусель әйләнә,
Карусель ҡоролған хәйләгә...
       Хәйлә менән бөтмәһен инде был ярыш, ғәҙел тамамланһын, шуға өмөт итәйек. Көтөргә күп ҡалманы.

Автор:Хайдар Тапаков