Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2022, 15:02

Усыбыҙҙа йәнә бронза...

       Киләһе старт – бергәләп йүгереү (масстарт) Алтын миҙалға өмөт итмәйем, өсөнсө урын булһа ла ярай, тип көтөп ултырам. Бара-тора аҙына ла ризалаша, булғанына ла мөрхәтһенә икән әҙәм балаһы.

Усыбыҙҙа йәнә бронза...
Усыбыҙҙа йәнә бронза...

       Шулай итеп, әйтерем яҡташыбыҙ Эдуард Латыпов хаҡында. Һис һүҙһеҙ һәләтле спортсы, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ, әммә... Их, шул әммәһеҙ генә маҡтарға ине уны. Биатлон буйынса Донъя Кубогы барышының айырым этаптарында ул матур ғына һөҙөмтәләр күрһәтеп спорт һөйөүселәр күңеленә өмөт ой-отҡоһо ла һалғайны, тик бер этапта беренсе булып киләһе урынға финиш һыҙығын бутап, “ҡайҙалыр аҙашып йөрөп” етенсе генә һөҙөмтә күрһәткәйне. Ярай, кем ха-таланмай ҙа кем буталмай, була торған хәл. Яңы йылға тиклем Эдуард коронавирус менән сирләп алғандан һуң яҡшы сығыштары менән ҡыуандыра алманы, ә беҙ спорт һөйөүселәр Олимпия уйындарына ҡәҙәр бәлки сәләмәтләнер, тип өмөтләндек. Әгәр ике спортсыны сағыштырғанда яҡташыбыҙ, запастағы Антон Бабиков яр-ыштарға күпкә әҙерерәк ине, минеңсә.

Бына көтөп алынған Олимпия уйындары. Ҡатнаш эстафета. Һуңғы атыу һыҙығынан өс спортсы сыҡты, араларында иң йәше беҙҙең Эдуард Латыпов. Хәҙер быларҙы тапалар инде тип өмөтләнеп ултырам, әммә Эдуард бер ниндәй ҙә тырышлыҡ һалманы, уның төп маҡсаты өсөнсө булып финиш һыҙығынан үтеү ине шикелле. Артыҡ мәшәҡәтһеҙ, ниндәйҙер миҙал яулағас тәнҡитләүсе лә юҡ. Спорт комментаторы Дмитрий Губерниев ошоғаса был төрҙә тәүге тапҡыр миҙаллы булдыҡ тип ҡыуандыр-ырға ла өлгөрҙө. Ни хәл итмәк, барына шөкөр итергә ҡала. Ошо ерҙә, ҡайҙа һин, “рус ракетаһы” Максим Чудов, тип яр һалып ҡысҡырғы килде.

Икенсе старт (әйткәндәй ярыштар барышында Максим Цветков, ике тапҡыр “утын миҙал”, йәғни 4-се урындарҙы яулап “ҡыуандырҙы”) – ҡыуып уҙышыу (гонка преследования) Һуңғы атыу һыҙығынан йәнә өс спортсы сыға, әмәлгә баҡҡандай араларында йәнә иң йәше, иң һәләтлеһе  беҙҙең Эдуард Латыпов. Спорт һыҙығын француз спортсыһын еткерә яҙып, көс-хәл менән өсөнсө булып үтте. Ул хатта алтын миҙал хаҡында уйламаны ла шикелле. Әйткәндәй унан алдараҡ урын, көмөштө алған Тарий Бью Норвегия биатлонының ветераны булып иҫәпләнә.

Бөнгөнгө ирҙәр араһында эстафета. Кисә кистән үк состав иғлан ителде. Дүртенсе булып Эдуард Латыпов сыға. Эх, нишләп кенә Антон Бабиковты ҡуймайҙар икән, ул бит тигеҙ сығыш яһай, тип үртәлеп ҡуйҙым. Шулай булып сыҡты ла. Һуңғы атыу һыҙығына беҙҙең команда бер минут запас менән килде, ҡабаланмай, тыныс ҡына ат, хатта бер тапҡыр яҙа атырға ла мөмкин. Нишләп бер тапҡыр ғына, мин күберәк тә һөҙөмтә күрһәтә алам, тип Эдуард Латыпов биш тапҡыр йәҙрәне “сәүкәләргә” оҙатты. Һөҙөмтәлә йәнә өсөнсө урын.

Шулай итеп һығымта яһайыҡ, бына ошо өс ярыш төрөндә, исмаһам бер тапҡыр булһа ла алтын миҙал яулай ала инекме?! Һис һүҙһеҙ! Кем ғәйепле? Бер кем дә... “Һауалағы торнаға ымһынғансы, усыңдағы сәпсек ҡәҙерлерәк!” тигән мәҡәл дә бар. Ни тиһәң дә сәпсек сәпсек инде, ни ите, ни һурпаһы, тигәндәй.

Киләһе старт – бергәләп йүгереү (масстарт) Алтын миҙалға өмөт итмәйем, өсөнсө урын булһа ла ярай, тип көтөп ултырам. Бара-тора аҙына ла ризалаша, булғанына ла мөрхәтһенә икән әҙәм балаһы.

Кискә ҡарай ҡатын-ҡыҙҙар фигуралы шыуыуҙа ҡыҫҡа программа күрһәтә. Беҙҙән Вәлиева, Щербакова, Трусова сығыш яһай. Камиланы ярышҡа үткәргәндәр, әммә уның “эше” ябылмаған икән. Ошо ярыш төрөндә Камила Вәлиева призерҙар составына инһә, миҙалдар бирелмәйәсәк, тип нығытып әйтеп тә ҡуйҙылар. Сәйер, бик тә сәйер. Нисек инде ең дә миҙал алма! Бында ла бөтәһе лә алдан уйланылған шикелле, сөнки өс спортсыбыҙ мин хисаплағанса өс урынға дәғүә итә. Ә Камила тирәһендә ығы-зығыны ҡуйыртыуҙы дауам итәләр, махсус рәүештә “һыуҙы болғаталар.” Һынып ҡына ҡуйма, Камила, йығыла ғына күрмә, бар “ҡара эслеләргә” үс итеп беренсе урынды ал, бөтә Рәсәй халҡы һиңә өмөт менән төбәлгән!

 

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков