Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2022, 10:14

Ғәҙелһеҙлек

       Беҙ һинең менән Камила, һин һәр саҡ ошолай һәләтле, мөләйем булып ҡал, сәләмәт, бәхетле йәшә, әйләнә-тирәңә, яҡындарыңа һәр саҡ ышанып ҡарап, йылмайып баҡ!  

Ғәҙелһеҙлек
Ғәҙелһеҙлек

        Ғәҙелһеҙлек осоронда йәшәбеҙ, йәмәғәт. Әйтерем Пекинда барған Олимпия уйындары хаҡында. Беҙҙең спортсылар унда юлланғанда уларға уңыш, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен теләнем, әммә төп өмөтөм ҡураныс ҡына кәүҙәле, йөҙөнән бер ҡатлы йылмайыу китмәгән Камила Вәлиевала ине. Ул һәләтле, бик һәләтле бала, ҡатын-ҡыҙҙар араһында бөгөнгө көндә уға тиңләшерлектәр юҡ, һәм яҡын киләсәктә булмаҫ та, был күҙгә бәргән, бәхәскә урын ҡалдырмаған ха-ҡиҡәт. Уның сығышында ошоға саҡлы бер кем дә башҡармаған, хәленән һәм мөмкинлектәренән килмәгән дүрт әйләнмәле акселде (четверной аксель) көттөм. Әммә команда сығышынан һуң Камила Вәлиева тирәһендә имеш-мимештәр ҡуйырҙы, йәнәһе лә ул сығышы мәлендә тыйылған препараттар ҡулланған. Был ыс-ынбарлыҡҡа тап килмәгән уйҙырмаға ышанмайым. Нисек инде яңы ун биш йәше тулған үҫмер был юлға барһын, уның энергияһы, дәрте ниндәйҙер өҫтәмә дар-ыуҙарһыҙ ҙа ташып бара. Йәнәһе лә Камила Вәлиева Санкт Петербургта уҙғарылған Рәсәй беренселегендә тест-проба тапшырған һәм ул ыңғай һөҙөмтә күр-һәткән. Иғтибар итегеҙ, тест-проба уҙған йылдың 25 декабрендә алынған! Һуң улай булғас ни сәбәптән ошоға саҡлы өндәшмәй ҡалғандар, нишләп спортсыға Пекиндағы Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт иткәндәр?! Әгәр ҙә Камила ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уңышһыҙ сығыш яһаһа, моғайын да ошо "йә-шерен ҡорал", алдан ныҡлы уйланылған алдыҡ хәрәкәткә ебәрелмәҫ ине, моғайын. Һорау өҫтөнә һорау, был мәғәнәһеҙ өйөлгән йомаҡҡа, бүрәнә ярығынан бүре күреүгә, сүпте сүмәлә олғаштырыуға яуап табыуы үтә ауыр, хатта мөмкин дә түгелдер.
       Ә бәйелһеҙ журналистар бәйҙән ысҡындымы ни, уны көтөп тороп, ҡамап алып төпсөнөргә әҙерҙәр, хатта бер оятһыҙы арауыҡ аша: "Камила, һин таҙаһың-мы?" тип тә ысҡындырҙы. Һеҙ тәүҙә үҙегеҙҙе сафлағыҙ, күңелегеҙҙе сүп-сарҙан таҙартығыҙ, журналист йораты! Иманым камил, был урынһыҙ ығы-зығы юҡтан ғына килеп сыҡманы, уның төп маҡсаты - йәш спортсыны сафтан сығарыу, уның рухын, еңеүгә булған теләген һүндереү. Быға ҡайһылыр кимәлдә өлгәштеләр ҙә шикелле, хәҙер Камила оятһыҙлыҡ алдында, ғәҙелһеҙлек ҡаршыһында юғалып ҡалды. Уға иң әүәл яҡындарының, туғандарының, миллионлаған Рәсәй халҡының ярҙамы кәрәк, ул әлеге мәлдә рухи күтәрмәләүгә мохтаж.
       "Камила Вәлиеваның эше", йәнәһе лә бөгөн Бөтә Донъя Олимпия Комитетының арбитраж судында ҡараласаҡ, суд әһелдәренең исемлектәре билдәһеҙ, ул сер итеп тотола. Ярай көтәйек, нимәгәлер өмөт итәйек, шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр, урыҫтар әйтмешләй: "Доживем до понедельника"! Беҙ һинең менән Камила, һин һәр саҡ ошолай һәләтле, мөләйем булып ҡал, сәләмәт, бәхетле йәшә, әйләнә-тирәңә, яҡындарыңа һәр саҡ ышанып ҡарап, йылмайып баҡ!

 

Автор:Хайдар Тапаков