Өфө үҙәгендәге ташландыҡ төҙөлөш урынында ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс ҡорамалдар склады табылған. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса хеҙмәткәрҙәре неонацист төркөмөнөң 17-20 йәшлек ағзаларын тотҡан. Статьялар буйынса бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ойоштороусыһы - 19 йәшлек Өфө егете. Ул дүрт иптәше менән дәүләт органдарында һәм хоҡуҡ һаҡлау структураларында теракт яһау өсөн бомбалар эшләү менән шөғөлләнгән. «Ул иптәштәре араһында неонацизм идеяһын таратҡан, уларҙы ҡорал менән эш итергә, ҡулдан шартлатҡыс матдәләр әҙерләргә өйрәткән», — тип хәбәр иттеләр Тәфтиш комитетынан.
Ҡулға алынған егеттәрҙә туғыҙ берәмек һалҡын ҡорал, Өсөнсө рейх лидерҙарының һүрәттәре һәм башҡа милли атрибутика табылған.
Башҡортостан яңылыҡтар сәхифәһенән