Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2021, 12:14

Акцияға ҡушылып

Сибай мәғлүмәт үҙәге коллективы ла Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып  экологик өмәгә сыҡты.

Акцияға ҡушылып
Акцияға ҡушылып

Башҡортостанда бөгөн  #ЭШЛӘРБЕҘ2021 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө ойошторола. Республиканың Экология министрлығында белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең 70 төбәгендә һәм донъяның 150 илендә был көндө күләмле экологик акция үткәрелә.

Сибай мәғлүмәт үҙәге коллективы ла Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып  экологик өмәгә сыҡты. Мәғлүмәт үҙәге бинаһының тирә-яғын таҙартты, түтәлдәрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләне, ағастар ултыртты.

#СДЕЛАЕМ2021 #ЗелёнаяБашкирия

Автор:Альфира Узянбаева