АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 15:40

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре –таҙалыҡ яҡлы

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөгөн күмәкләшеп “Таҙа йома” акцияһын ойошторҙо. Ауылдың тирә-яғын, йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Тулыраҡ сайтта.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре –таҙалыҡ яҡлы
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре –таҙалыҡ яҡлы

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөгөн күмәкләшеп “Таҙа йома” акцияһын ойошторҙо. Ауылдың тирә-яғын, йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты.

Ауыл янындағы иҫ киткес хозур тәбиғәтте кемдәр генә яратмай! Бында йәшәгән халыҡ та, ситтән килеүселәр ҙә рәхәтләнеп ял итә, яңы эштәргә, алдағы башланғыстарға көс-дәрт йыйып ҡайта. Күңелде ҡырғаны ғына шул: күптәр ял иткән урындарын йыйыштырмай, үҙ ҡыйын ашаҡлап ҡайтып китә. Бындай хәлгә битараф булмағандар йыйыштырыр ҙа ул... Ә тәбиғәт ғәфү итерме?

Автор:Альфира Узянбаева