АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 15:00

Киҙеүҙән һаҡланайыҡ

Киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция – тиҙ йоғошло инфекцион сирҙәр. Йыл һайын киҙеү эпидемияһы миҙгелендә был ауырыуҙарҙы планета халҡының 5 тән алып 10 процентҡаса өлөшө йоҡтора. Сир эҙемтәләре сәләмәтлеккә ныҡлы зыян килтермәһен өсөн ваҡытында уға ҡаршы прививка ятаһыу отошло. Әлеге ваҡытта республикала киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу кампанияһы дауам итә.

Киҙеүҙән һаҡланайыҡ
Киҙеүҙән һаҡланайыҡ

Һуңғы арала төбәгебеҙгә киҙеүгә ҡаршы яһала торған  «Совигрипп» һәм «Ультрикс квадри» вакциналарының тәүге партиялары килеп етте. Сибай ҡалаһының үәҙк дауаханаһына 16 мең доза вакцина ҡайтарылды. Әлеге көндә ҡалала киҙеүгә ҡаршы 6 мең кеше прививка яһатҡан. Бындай ысул кешенең организмын төрлө вирустарҙан һаҡлай. Күптәр вакцина киреһенсә ауырыта тип уйлап яңылыша. Ул йоғошло сиргә ҡаршы иммунитет булдырыуы менән алдыра.

--Дарыуҙар етерлек күләмдә килтерелде. Уларҙы беренсе сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараған медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, уҡыусыларға, уҡыу йорттары студенттарына һәм оло йәштәгеләргә һалабыҙ. Форсаттан файҙаланып, йәштәре 60-тан үткәндәрҙе кисекмәҫтән прививка яһатырға саҡырам. Ҡабатлап әйтәм, вакцина һәр кемгә лә етә, ул бушлай эшләнә,-- тине Сибай үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Радик Кейекбаев.

Пандемия осоронда киҙеүгә ҡаршы вакцинация һатыу йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланыуҙың иң әһәмиәтле сараһы. Был хаҡта халыҡ-ара һәм Рәсәйҙең әйҙәүсе эксперттары белгертә. Бер юлы ике сирҙе лә йоҡтороу респиратор инфекцияның ауыр төрҙәренә илтеүе ихтимал, хатта улар үлем хәүефе менән дә янай. Ауырыуҙарҙың аҙағы хәйерле булһын өсөн киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу бик тә отошло.

 

Киҙеүҙән һаҡланайыҡ
Киҙеүҙән һаҡланайыҡ
Автор:Гульдар Кадаева