АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 14:50

Бәлә аяҡ аҫтында

Янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә йылдың ҡайһы миҙгелендә лә тынғылыҡ юҡ. Һуңғы өс көндә генә Сибай ҡалаһында 3 янғын осрағы теркәлде. Киләһе яҙмабыҙ ошо хаҡта.

Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында

Көньяҡ ҡасабаһында мунсаның ҡыйығы зыян күрһә, кисә төндә автомобилгә ут ҡапҡан. Магнитогорская урамында ағас һарай янған. Утты үҙаллы һүндереп маташҡан 61 йәшлек ир уң ҡулын яндырған. Уға медицина ярҙамы күрһәтелгән, әммә дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.

Янғын һағы диспетчерына ҡаза тураһында көндөҙгө сәғәт өстәрҙә хәбәр иткәндәр.

Ҡуйы төтөн ялмап алған урамға ярҙам шунда уҡ килеп етә.

--Янғын урынына килеп еткәс ағас яһалған хужалыҡ төҙөлөшөнә ут ҡабыуын асыҡланыҡ. Уны һүндереүгә ҡотҡарыусылар һәм ике берәмек техника йәлеп ителде. Ярҙам тиҙ һәм ваҡытында күрһәтелгәнгә ут күрше яғына күсмәне,-- тине 45-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы СНХ. Радмир Батталов

Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, участка хужаһының бармаҡтары янған. Ул янғын һүндереүселәр килгәнсе эҫе шланг тотоп ялҡынды баҫырға тырышҡан. Икенсе дәрәжәле термик яныу алған хужаның яралары эшкәртелгән. Янғын сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана.

Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында
Автор:Гульдар Кадаева