АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2021, 15:40

Мәктәптә сәләмәтлек көнө

Үҙебеҙҙең еребеҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙән сәй эсергә яратаһығыҙмы, әллә һатыу сәйҙәрен үҙ итәһегеҙме? Бына Баймаҡ районы Ишбирҙе мәктәбе уҡыусылары сәйҙәрҙе сағыштырып ҡараған. Улар ниндәй фекерҙә? Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Мәктәптә сәләмәтлек көнө
Мәктәптә сәләмәтлек көнө

Баймаҡ районы Ишбирҙе мәктәбендә быйылғы йылда 99 төрлө шифалы үләндәр йыйған, ауылдың өлгөлө ағинәйҽ Ләлә Шәһимарҙан ҡыҙы ҡунаҡта булды. Ул уҡыусыларға шифалы үләндәрҙҽң файҙаһы, ҡайһы осорҙа йыйып киптереү һәм ошо уләндәрҙән шифалы сәй эшләү серҙәре мҽнән таныштырҙы. Айырыуса  үләндәр ҡушып яһалған сәй эсеү-үҙе ни тора. Ләлә апай уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы үҙе йыйған боланут һәм башҡа үләндәрҙән әҙерләнгән бик тәмле һәм хуш еҫле сәй мҽнән һыйланы. Сараны балалар бик оҡшатты. Тәбиғи аҙыҡтар ҡулланыу магазин кәштәләрендәгенә ҡарағанда күпкә файҙалы икәнлеген аңланы. Ошондай билдәле шәхестәрҙе саҡырып осрашыуҙар ойоштороу матур йолаға әүерлер, тип ышанабыҙ.

Рәмилә Халикова

 

 

Автор:Альфира Узянбаева