АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2021, 15:55

Вәт хәйбуллалар шәп!

Заманалар үҙгәрә тибеҙ ҙә, аптырап ҡалабыҙ. Ни тиклем хәҙерге заманда йәшәп ҡалғыбыҙ килһә лә, донъяның алға атлауын юғары баһаларға кәрәктер. Хәҙер шәхси эшҡыуарлыҡтың үҫешкән заманы. Элекке ваҡыттағы кеүек, нимәлер һатам, ниндәйҙер ярҙам күрһәтәм тип көндәр буйы урамда торорға ла кәрәкмәй. Хәҙер бының өсөн махсус үҙәктәр булдырыла. Мәҫәлән, Хәйбулла районында ошо көндәрҙә коворкинг үҙәк асыласаҡ. Унда ниндәй хеҙмәттәр күрһәтеләсәк? Кемдәр эшләй ала? Тулыраҡ сайтта.  

Вәт хәйбуллалар шәп!
Вәт хәйбуллалар шәп!

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ошо көндәрҙә коворкинг үҙәк асыласаҡ. Ул тормош-көнкүреш һәм һөнәри-оҫталыҡ йүнәлештәрендә эшләй. Үҙәкте асыуға “2019-2024 йылдарҙа Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” муниципаль программаһы сиктәрендә аҡса бүленде.

Үҙәктең тормош-көнкүреш йүнәлешен шәхси эшҡыуар Лилиә Биксимбетова аса. Бында бөҙрәхана, тырнаҡ эшләтеү, кейем ремонтлау һәм тегеү, асҡыс эшләтеү, аяҡ кейемдәрен йүнәтеү, компьютер һәм тормош-көнкүреш техникаларын ремонтлау хеҙмәте күрһәтеләсәк.

Бынан тыш оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, уҡытыу урындары ла булдырыла. Ял бүлмәһен асыу ҙа ҡаралған.

Һөнәри-оҫталыҡ йүнәлештәрен Рәмил Билалов етәкләй. Был үҙәктә балта оҫталары, ағас эшкәртеүселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары урын алып эшләй ала.

Бинала ремонт эштәре тамамланып килә. Шуға күрә, оҫта ҡулдар, коворкинг үҙәктә урын алып, эшегеҙҙе заманса ҡулайлаштырылған бинала дауам иткегеҙ килһә, өлгөрөп ҡалығыҙ. Әлеге мәлдә резиденттар эҙләү әүҙем бара!

Автор:Альфира Узянбаева