Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2021, 17:30

Уҡыусылар үҙ мөйөшөнә ҡайтыр

Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы уҡыусылары икенсе йыл рәттән белем байрамын сит тупһала ҡаршылай. Бындай хәл белем усағында капиталь ремонт оҙаҡҡа һуҙылғанлыҡтан килеп тыуған.

Уҡыусылар үҙ мөйөшөнә ҡайтыр
Уҡыусылар үҙ мөйөшөнә ҡайтыр

Лицей уҡыусыларҙы бөгөндән ҡабул итергә тулыһынса  әҙер. Әммә автоматик янғын сигнализациялары һәм тауыш биреү, янғын мәлендә кешеләрҙе эвакуациялау идаралығы системаһы эшмәкәрлеген баһалаусы ирекле эксперттарҙың һығымтаһы булмауы уҡытыу процесын башлап ебәреүҙе тотҡарлай.

 

--Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, өләсәй, ҡартатайҙар! Һеҙҙе тағы бер нисә ваҡыт түҙеп торорға саҡырам. Лицейҙы тулыһынса яңыртҡан подрядсы ойошма башҡарма, техник документтарҙы йыйып, янғын һағы системаларының төҙөклөгөн иҫбатлар өсөн ирекле эксперттарға тапшырған. Улар үҙ нәүбәтендә сигнализация эшмәкәрлеген ныҡлы тикшереп, ҡулыбыҙға документ бирһә, лицейыбыҙ элекке режимында эшләй башлаясаҡ. Әлеге көндә башҡа мәктәптәрҙә белем алған уҡыусыларыбыҙҙы, беҙҙең арҡала уңайһыҙлыҡтар кисергән 8-се мәктәп балаларын ошо аҙна аҙағына ҡәҙәр сыҙап торорға өндәйем,--тине 9-сы лицейҙың директоры Гөлнара Ғәбдүшева.

 

 Лицейҙың яҡты, иркен уҡыу кабинеттары "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә заманса техника менән йыһазландырылған, ашхана ла үҙгәреш кисергән. Ремонтттан һуң бина яңы төҫ алған, күҙгә күренеп матурайған. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе генә хәл ителһә, дүшәмбенән белем усағы үҙ уҡыусыларын асыҡ ишектәре менән ҡаршы аласаҡ.

#нацпроекты#миллипроекттар#образование

Уҡыусылар үҙ мөйөшөнә ҡайтыр
Уҡыусылар үҙ мөйөшөнә ҡайтыр
Автор:Гульдар Кадаева