Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2021, 16:13

Сибай – хыялымдағы ҡалам!

Сибай ҡалаһы көнөндә бер төркөм балалар магазиндарға сертификаттар, мәҙәниәт һәм ял паркындағы аттракциондарға абонемент, киноға билеттар менән бүләкләне. Был талантлы балалар  тураһында  тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта уҡығыҙ.

Сибай – хыялымдағы ҡалам!
Сибай – хыялымдағы ҡалам!

Сибай ҡалаһы көнөнә һәм Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйға бағышланған “Сибай- хыялымдағы ҡалам” конкурсына, ниһайәт, йомғаҡ яһалды.  Конкурста барлығы 30 бала ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла хыялдарын, ҡаланың киләсәге ниндәй буласағын күҙаллап бумала һәм сағыу буяуҙар аша үҙ һүрәттәрен төшөрҙө. Бейек күп ҡатлы йорттар, уңайлы һәм таҙа балалар майҙансыҡтары, йәшел парктар һәм скверҙар, сәскәләргә күмелгән урамдар, ялтырап ятҡан юлдар... Һүрәттәрҙең ниндәйе генә юҡ! Ойоштороусылар конкурсанттарҙың барыһын да Почет грамоталары, магазиндарға сертификаттар, мәҙәниәт һәм ял паркындағы аттракциондарға абонемент, киноға билеттар менән бүләкләне.

Сарала балалар кинәнеп асфальтҡа һүрәт төшөрҙө, күмәкләшеп йәнһүрәт ҡараны. Артабан күмәкләшеп Алсу Ленотьева эшләгән фотозонала фотоға төштө.

Автор:Альфира Узянбаева