Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2021, 10:30

Алтын беҙҙекеләрҙә!

Ниһайәт, IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионатының финалы тамамланды. Ярыштар өс көн буйы 105 компетенцияла уҙҙы. Ҙур көс һәм тырышлыҡтарын һалып чемпионата ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ: “Мода технологияһы” компетенцияһында Сибай ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡыусыһы Алена Волостнова – алтын (эксперты Лилиә Рәмил ҡыҙы Ҡасимғолова), Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледж студенттары “Ташты архитектуралы эшкәртеү” компетенцияһында Ислам Аҡҡужин-көмөш, Артур Юнысов - бронза (эксперты Дилә Хөснулла ҡыҙы Рәхмәтуллина) миҙалға лайыҡ булдылар. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булыуын, ныҡлы һаулыҡ һәм артабан да ышаныслы аҙымдар менән бейеклектәргә үрләүегеҙҙе теләйбеҙ!

Еңеүселәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор:Альфира Узянбаева