

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин чемпионаттың файҙаһы тураһында һөйләп үтте. Министр билдәләүенсә, төрлө компетенциялар буйынса үҫешергә теләгән белем биреү учреждениеларына ярҙам итергә кәрәк. Быға тиклем ҡайһы бер белем усаҡтарына “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үҙгәрештәр инедерелгән дә инде.
– Йәш һөнәрмәндәр чемпионаты финалының Өфөлә ойошторолоуының беҙҙең өсөн файҙаһы ҙур, – тине Айбулат Хажин. – 170 мең квадрат метр майҙанды әҙерләү, 105 компетенцияны хәстәрләү, 750 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алыу... Милли беренселек уҙғандан һуң ошо ҡорамалдарҙың бөтәһе лә республикабыҙҙың колледждарына таратылып биреләсәк. Тимәк, белем усаҡтарында бынамын тигән оҫтаханалар буласаҡ.
Милли беренселектең финалы 29 августа “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла. Унда иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк.