

--Мерәҫтә ут һүндеме әле?
--Уй, нисә көн көрәшәбеҙ инде. Аптырағандан, кисә дин әһелдәре сығып доға ҡылып, ямғыр һорағайны. Әллә Аллаһы Тәғәлә ишетте, ярты сәғәттәй яуҙы. Эй, ҡыуанғайныҡ. Төнгә йәнә ут ҡапты. Ауылдың чатында яҙышабыҙ, ҡайҙа сығыуҙы хәл итәбеҙ.
--Бөгөн янамы улайһа?
--Яна шул. Болотлап торған күккә ҡарайбыҙ, яумай. Ирәндеккә ут ҡапһа, нишләрбеҙ? Халыҡ ут менән көрәшеп арыны инде...
Эйе, бөгөн беҙҙең төбәктә төп тема – янғын, ямғыр. Мерәҫтәр ирекмәндәрҙең күпләп янғын һүндерешеүгә килеүен һораһа, Байыш ауылы халҡы алдан уҡ һаҡлыҡ сараһын күрә.
--Ошо көндәрҙә Ишмөхәмәт, Байыш ауылдарында ир-егеттәр менән берлектә элекке скважиналарҙы янғынға ҡаршы һыу алыу урындары итеп сафҡа индерҙек,--тип яҙа социаль селтәрҙә Илнур Ишмөхәмәтов.
Байыштарға – Афарин! Башҡа яҡтарҙа хәлдәр нисек? Янғын була күрһә, урындағылар бәләгә ҡаршы көрәшкә әҙерме? Йылғалар ҡороп бөтөү сәбәпле һыу ҙа юҡ бит әле...
Бәлә-ҡаза урап үтһен! Ямғырҙар яуһын!