АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
28 Августа 2021, 10:25

Был ауылда ихлас халыҡ йәшәй

Бында килгән ҡунаҡтарҙың ауылдың ололары, йәмәғәт ойошма рәйестәре, уның ағзалары менән осрашыуы үтте. Түңәрәк өҫтәл артында һүҙ ауылдарҙа эскелекте бөтөрөү, халыҡ араһында айыҡ һәм сәләмәт тормошто мөмкин тиклем киңерәк пропагандалау тураһында барҙы.

Был ауылда ихлас халыҡ йәшәйБыл ауылда ихлас халыҡ йәшәй
Был ауылда ихлас халыҡ йәшәй

Түбәнге Яйыҡбай ауылы быйыл бик күп ҡунаҡтарҙы үҙенә йәлеп итте. Ошо көндәрҙә ауылға республиканың арҙаҡлы ил уҙамандары - РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров, БР Башлығының ярҙамсыһы, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, абруйлы яҡташыбыҙ Расих Әғзәм улы Хәмитов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев, Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтов, хакимиәт башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Айнур Басир улы Кәримовтар килде.Башҡала ҡунаҡтары иң башта ауыл мәсетендә булды, аҙаҡ клуб бинаһын ҡараны. Ауылдың иң изге урыны булған Баяс батыр стелаһын ҡараны, "Баяс" йырының килеп сығыу тарихы менән танышты. Аҙаҡ ҡунаҡтар Апай шишмәһе янындағы аҡланға килде. Бында килгән ҡунаҡтарҙың ауылдың ололары, йәмәғәт ойошма рәйестәре , уның ағзалары менән осрашыуы үтте. Түңәрәк өҫтәл артында һүҙ ауылдарҙа эскелекте бөтөрөү, халыҡ араһында айыҡ һәм сәләмәт тормошто мөмкин тиклем киңерәк пропагандалау тураһында барҙы. Ошонда уҡ "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңгән Грантты ниндәй маҡсатта, ниндәй йүнәлештә дөрөҫөрәк файҙаланыу буйынса фекер алышынды.

Мәғлүмәт һәм фотолар бәйләнештәге ауыл сәхифәһенән алынды.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас