АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Августа 2021, 10:38

Болон күбәләге зыянлы

Көтмәгәндә баҡсаларҙы болон күбәләге баҫып алды. Уларҙың болоттай йәшеллекте ҡаплап осоуы, әлбиттә, һәр кемде борсоуға һала. Был ҡоротҡостарҙың әлеге ваҡытта зыяны бармы? Күбәләктәрҙән ҡотолоу өсөн нимә эшләргә? Тулыраҡ сайтта.

Болон күбәләге зыянлыБолон күбәләге зыянлы
Болон күбәләге зыянлы

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан Республикаһы филиалы хәбәр итеүенсә, Әбйәлил, Бишбүләк, Федоровка, Ишембай, Хәйбулла, Ейәнсура, Балаҡатай райондарын болон күбәләге баҫып алған.

Болон күбәләге – Евразияның дала зонаһында ҡурҡыныс ҡоротҡостарҙың береһе. Башта сырмалсыҡ, билсән кеүек ҡый үләндәрен ашай, унан йомшаҡ япраҡлы культураларға күсә. Ныҡ үрсеп киткәндә ул ауыл хужалығы культураларына ҙур зыян килтерә. Бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрөнә, көнбағышҡа, люцернаға, кукурузға, йәшелсәләргә зарарлы. 35 ғаиләгә ҡараған үҫемлектәрҙе кимерә. Сүп үләндәренән алабутаға, әремгә ултыра. Ҡарышлауыҡтар үҫемлектең һабағын, япраҡтарын, сәскәләрен, тамыр аҙыҡтарҙың муйынсаһын, көнбағыш башын ашай. Ошо арҡала күп үҫемлектәр һәләк була йә уңышы кәмей. Шуға күрә, оло юғалтыуҙарға барып етмәҫ элек, етди бәләне баштан юҡ итеү зарур.

Болон күбәләге ҡарышлауыҡтары сыҡҡан осраҡта уларҙы 1-3 йәш ваҡытында тиҙ арала инсектицидтар менән ағыуларға кәрәк. 4-5 йәшлектәр менән көрәшеүҙән файҙа юҡ. Күбәләктәрҙе лә ағыулау кәрәкмәй. Улар сәскә һеркәләре менән генә туҡлана, шуға күрә үҫемлектәргә зыяны юҡ.

Ҡоротҡостарҙан һаҡланыу сараларын да санитар эпидемиологик нормаларҙы үтәп кенә ҡулланырға кәрәк. Бында дарыуҙы ҡулланыу регламентын, шәхси гигиена һәм техник хәүефһеҙлек сараларын ныҡлы белеү мотлаҡ. Һаҡланыу препараттарының Рәсәй Федерацияһы территорияһында рөхсәт ителгәндәрен генә ҡулланырға мөмкин.

Әлеге ваҡытта шәхси хужалыҡтарҙа йәшелсәнең өлгөргән мәле. Шуға күрә ағыуланыу осраҡтары булмаһын өсөн, әлегә ҡоротҡостарға дарыу һибергә ярамай. Препараттар үҫемлектәрҙә 20-30 көн һаҡлана, дарыу һибелгән йәшелсәне ашарға ярамай.

 

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас