АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Августа 2021, 11:59

Балаларға ҙур байрам

Ғәҙәттәгесә тыныс булған Сибай үҙәк дауаханаһының ишек алды был көндө балаларҙың  шат, ҡыуаныслы һәм яңғырауыҡлы тауышына күмелеп, бер аҙға ғына булһа ла дауахана бинаһын йәнләндереп ебәрҙе. Ниндәй байрам ойошторолғанын белгегеҙ киләме? Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Балаларға ҙур байрамБалаларға ҙур байрам
Балаларға ҙур байрам

Сибай ҡалаһы халҡының һаулығы һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн үҙәк дауаханаһы профсоюзы ҙур байрам ойошторҙо. Сарала быйыл тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асасаҡ –беренсе класҡа барыусы бәләкәстәр тәбрикләнде. Улар яратҡан мультфильм геройҙары менән бергә уйнаны, шаярҙы, белемдәрен дә барлап сыҡты. Балаларҙың барыһы ла дауахана профсоюзынан бүләктәр алып ҡыуанды.

- Медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына 1 сентябрь алдынан ошондай матур байрам үткәреү йолаға әүерелде тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ. Бына инде 21 йыл беренсе класҡа барыусы бәләкәстәргә мәктәпкә канцелярия йыйылмалары бүләк итәбеҙ. 2000 йылда сараны тәүге тапҡыр башлағанда 19-20 генә бала булһа, быйыл беренсегә барыусылар һаны 79-ға етте. Бәләкәстәрҙең шат йөҙҙәрен күреү –өлкәндәр өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Балаларҙың барыһына ла уҡыуҙарында тик уңыштарға өлгәшеүҙәрен, һау булыуҙарын теләйем, -ти Сибай үҙәк дауаханаһының профсоюз бүлеге рәйесе Басир Марат улы Шәрипов.

Шуны әйтеп үтергә кәрәк,  Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары тиҙ ярҙам хеҙмәте лә үҙәкләштерелеп Сибайға ҡушылғанға күрә, Баймаҡ районынан беренсе класҡа барыусы - ике, Хәйбулла районынан дүрт балаға ошондай йыйылмалар бүләк ителгән.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас