+24 °С
Дождь


19 августа Өфөнөң «Ҡунаҡһарай» биләмәһендә урынлашҡан зоопаркта янут бер йәшлек баланың битен тырнап йыртҡан. Уның ата-әсәһенең дә ҡулдарын тырнаған. Был турала ГорОбзор.ру хәбәр итә. Яраланыусыларҙы шунда уҡ дауаханаға алып киткәндәр. Баланың битен бер нисә урындан тегергә тура килгән.
Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Был осраҡта бәләгә тарыған бала ла, ситлектә йәшәгән янут та бик йәл. Ни тиһәң дә, ҡыр кейектәре үҙ йортонда йәшәргә тейештер, кемдеңдер кеҫәһен байытыу өсөн ситлектә көн итеү анһат түгел шул.