Новости
12 Августа 2021, 10:00

ТОРМОШТАРЫН ГӨЛ ИТКӘНДӘР

Тырыш, эшһөйәр, сәмсел халыҡ йәшәгән ауылдарҙа йорттар төҙөк, күркәм була. Хәйбулла районы Аҡнаҙар ауылын да егәрле, бөтмөр кешеләр төйәк иткәнен әллә ҡайҙан күрергә мөмкин. Бында оҫта ҡуллылар бихисап. Шуларҙың береһе—Миңһылыу һәм Фәтхулла Саптарьяповтар. Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылда күтәрелгән йорттары бер нисә тапҡыр “Өлгөлө йорт” тип нарыҡланған.

ТОРМОШТАРЫН ГӨЛ ИТКӘНДӘРТОРМОШТАРЫН ГӨЛ ИТКӘНДӘР
ТОРМОШТАРЫН ГӨЛ ИТКӘНДӘР

Ауыл кешеһе тик ултыра белмәйҙер ул. Уйлап ҡараһаң, ултырып торорға ваҡыт та юҡ. Тамағым туйһын тиһәң, шартлатып баҡса, ҡош-ҡорт, мал-тыуар үҫтерергә кәрәк, матур йәшәйем тиһәң, йорт-ҡураң шәп булырға тейеш. Өлгөлө йортто күрәйек тип барғанда хужабикә ең һыҙғанып баҡсала ҡый утаһа, йорт хужаһы Фәтхулла ағай буяу эштәре менән булыша ине.

Саптарьяповтар 1986 йылда Аҡнаҙар ауылына килеп Миңһылыу апайҙың тыуған йортонда төпләнә. Быға тиклем Салауат ҡалаһында заводта монтажлаусы булып эшләгән Фәтхулла ағай ең һыҙғанып кәртә-ҡураны, бәләкәй генә өйҙө бынамын итеп рәткә килтереп ала. Ҡупшы ғына мейесен дә эшләй. Ҡулында балтаһы уйнап торған, һәр кемгә ярҙамсыл ир уҙманы шунда уҡ ауылдаштарының ихтирамын яулап ала.

Миңһылыу апайҙың иһә һәр ерҙә тик дөрөҫлөккә таянып эш итеүенән күптәр өлгө ала. Үҙҙәренә яңы йорт һалып сыҡҡас, иҫке йортто Миңһылыу апай әсәһе иҫтәлегенә музейға әйләндергән дә ҡуйған. Ысынлап та, әсәһе Фәтхиә Ғөбәйҙулла ҡыҙының үҙ ҡулдары менән сигелгән япмалары, теккән тәңкәле күлдәктәре, беренсе сынаяҡтары, самауыры, ғөмүмән, тарих биттәрендә генә ҡалған һауыт-һабаларҙың, йорт кәрәк-яраҡтарының береһе лә юғалмай йортта һаҡланыуы Миңһылыу апайҙың әйберҙәргә һаҡсыл ҡарашлы булыуын һөйләй.

Ә инде йорт алдының матурлығын һүҙҙәр менән генә әйтеп биреп булмай. Сәскә түтәлдәренең төрлө формала эшләнеүе иғтибарҙы үҙенә йәлеп итһә, ҡул йыуыу урынының бәләкәй генә әкиәт йортондай тирмә формаһында булыуы таң ҡалдырҙы.

—Тормош иптәшемдең ҡулы алтын ул. Балта оҫтаһы булараҡ һандыҡтарҙы, фронтондар, тәҙрә рамдарын бик оҫта эшләй. Күптәр йорт һалғас, бүлмә бүлеү өсөн дә уға мөрәжәғәт итәләр. Үҙебеҙҙең йорттағы мебелдең күбеһен ирем үҙ ҡулдары менән эшләне. Музей булдырыуҙа ла ул ярҙамлашты. Хәҙер әсәйемдең йортона инеп, рәхәтләнеп ял итәм. Үҙемде бала сағыма ҡайтҡандай тоям,—ти Миңһылыу Саптарьяпова.

Тормош ауырлыҡтарын зарланырға яратмай улар. Бер-береһенә тиң булып, иңгә-иң терәшеп, балаларына кәңәшсе һәм терәк булып донъя йөгөн бергә тарталар. Шундай шәп ғаиләләр ауыл күрке генә түгел, илебеҙ тотҡаһы ул

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас