

—Баҡса үҫтереү менән шөғөлләнеүемә 40 йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Үҙ ғүмеремдә ниндәй генә үҫентеләр үҫтереп ҡараманым. Нимә ултыртһам, шул үҫә. Мәҫәлән, йәсмин, айыу баланы, бөрлөгән минең баҡсамды тиҙ генә үҙ итте. Ә инде сәскәләрҙе хәҙер күп йыллыҡтарға әйләндереп бөтөп киләм. Аҡ, ҡыҙыл, алһыу, һарғылт лилиә сәскәләрен үҫтерәм. Ҡыңғырау
сәскәләре, боланкүҙҙәр, аҡ сәскәләр, астралар баҡсамдың төп биҙәге. Уларҙан тыш, түтәлдәрҙе төҫлө декоратив кәбеҫтәләр ултыртып та биҙәйем. Берәү булһа, сәскәләр урынына күберәк йәшелсә ултыртыр ине. Ә мин уларҙы яратам, күңелемә йылылыҡ, яҡшы кәйеф алам. Емеш-еләккә килгәндә, барыһы ла үҫә, мул уңыш бирә. Йәшелсәләрҙән ҡышҡылыҡҡа үҙем генә белгән рецептар менән салаттар әҙерләйем. Ҡарағат, алма, грушалар, һырғанаҡ өлгөргәс ҡайнатмалар ҡайнатыу менән көндәрем үтә,—ти Зифа Абдулхаҡ ҡыҙы.
Баҡса буйлап һәр үҫентеһен наҙлап-иркәләп һөйләүенән, һәр береһенә ипле өндәшеүенән баҡсасының үҫемлектәрҙе яратып бағыуы, бар күңел йылыһын уларға һалыуы күренеп тора. «Ҡыш көнө, моғайын, баҡсағыҙҙы һағынаһығыҙҙыр?»—тип һорайым.
—Һағынам, әлбиттә. Ҡышҡы бурандарҙа баҡса тәмен хәтерләткән ҡайнатмалар менән сәй эсеү үҙе ни тора! Мин ваҡытымды бушҡа үткәрергә күнекмәгәнмен. Үҫентеләрҙе ҡышыҡыһын уҡ ултырта башлайым. Баҡса миҙгеле асылыуға минең сәскәләрем шаулап сәскә ата, йәшелсәләрем дә нығынып үҫеп китә. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ сере бар. Баҡсасы тиһәләр, үҫентеләр генә күҙ алдына килә. Бында ерҙе лә оноторға ярамай. Ул да айырым тәрбиә талап итә, уны ла ял иттерә белергә кәрәк,—тип йылмая уңған баҡсасы.
Зифа Абдулхаҡ ҡыҙы Йәноҙаҡова ҡышҡылыҡҡа гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙе яратып әҙерләгән «ГРЕК ҠАБЫМЛЫҒЫ» рецебын тәҡдим итте:
Грек ҡабымлығы өсөн: фасоль—1 килограмм, һуған, кишер, болгар боросо—0,5 килограм, помидор—2 килограмм, шәкәр—0,5 аш ҡалағы, тоҙ—1,5 аш ҡалағы, көнбағыш майы—250 мл, 3 тырнаҡ һарымһаҡ, 70%-лы аш һеркәһе 1 сәй ҡалағы алына. Оҡшаһа 1-2 баш әсе борос ҡушһағыҙ була.
Фасолды бешерергә кәрәк, тик иҙелеп китмәһен.
Һуғанды һәм кишерҙе ваҡлап турап табала ҡыҙҙырығыҙ.
Кәстрүлгә фасоль, ҡыҙҙырылған һуған менән кишерҙе һалығыҙ, уға помидор, борос (ваҡлап туралған булһын), тоҙ һәм шәкәр, табала ҡалған майҙы ҡушығыҙ.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң, талғын утта 30 минут тирәһе бешерегеҙ.
Әсе ҡабымлыҡ яратҡандар, уттан алырға 5 минут ҡалғас, әсе борос өҫтәй ала.
Ҡабымлыҡты тиҙ генә стерлизацияланған банкаларға һалып, баш түбән әйләндереп йылы юрған менән урап ҡуйығыҙ. Бер тәүлек тотҡандан һуң, ҡабымлыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!