

Сибай ҡалаһында йәшәүсе шәп баҡсасы Луиза Ильяс ҡыҙы ИШНАЗАРОВА мул уңыш алыу өсөн орлоҡтарҙы Силәбе өлкәһенән яҙҙырып ала. Әлеге ваҡытта уның баҡсаһында беренсе уңыш йыйып алынған да инде: һуған, һарымһаҡ киптереүгә һалынған, кәбеҫтәләр тоҙланған, йәшел тәмләткестәр ҙә туңдырып ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән. Беҙ барғанда сағыу сәскәләргә күмелгән баҡсала Луиза йәшелсәләрҙең көҙ өлгөргән сорттарын тәрбиәләү менән мәшғүл ине.
—Бала саҡта өләсәйем менән баҡсанан ҡайтҡанда апайҙарҙың кәрзин тулы емеш-еләк, йәшелсә алып ҡайтыуына һоҡланып ҡарай инем. Үҫкәс баҡсасы булам, тигән хыялымды белгәнгәме өләсәйем бәләкәй генә майҙансыҡ бүлеп бирҙе. Унда сөгөлдөр, кишер ултыртып ҡараным. Ун йәшем тулыуға мин ысын баҡсасыға әйләнгәйнем инде. Мул уңыш алдым, йәшелсәләр, бигерәк тә кәбеҫтә ишелеп үҫте. Үҙ йортобоҙ булғас, ҡолас йәйеп баҡса ултырттым. Хәҙер алма, груша слива, абрикос, виноград ярайһы ғына уңыш бирә. Быйыл беҙҙең климатты үҙ итеп бармаған һары сейә, персик, күк көртмәлене ултырттым. Уларҙың үҫеп китеренә ышанам. Йәшелсәләрҙең сәселмәгән төрҙәре юҡтыр, моғайын. Помидорҙарҙың “Ямал”, “Яки”, “Тәм герцогиняһы” сорттарын ултыртам. Һөйөп баҡҡанғамы, ҙур теләк менән эшләгәнгә, барыһы ла үҫә, аҙаҡ уңыштары менән ҡыуандыра. Эштән арып ҡайтып, баҡсаға сыҡһам рәхәтләнеп ял итәм, уңыш тулы, сәскәләргә күмелгән баҡсам йәнгә рәхәтлек бирә,—ти ул.
Луиза бер миҙгелдә өс тапҡыр емеш биреүсе алма ағасын күрһәтеп аптыратып та алды. Был алмағасты үҙе үҫтергән. Төрлө сортлы ағастарҙың ботаҡтарын бер ағасҡа ҡушып, бынамын тигән алма төрөн булдырған.
Береһенән-береһе бәләкәй дүрт балаһын, күркәм ҙур йортон тәрбиәләү, уҡыусыларҙы, студенттарҙы чемпионаттарға әҙерләү күп көс алһа ла Луиза яратҡан шөғөлөн иғтибарһыҙ ҡалдырмай. “Рәсәй баҡсалары” ойошмаһы ойошторған Бөтә Рәсәй баҡсасылары араһында уҙғарылған конкурстың “Иң ауыр ботаҡ” номинацияһында ҡатнашып, беренсе урын яулаған һәм 100 мең һум премияға лайыҡ булған. Сибай баҡсасыһын Силәбегә саҡырып, питомниктарға сәйәхәткә алып барғандар, орлоҡтар тултырыу цехы менән таныштырғандар.
—Һәр эшемдә ышаныслы терәгем—тормош иптәшем Мөҙәрис Мәсғүт улы, ул мине яңы эштәргә ҡанатландыра, һәр аҙымымды хуплап ҡына тора,—тип ҡыуана Луиза.—Йәш баҡсасыларға кәңәшем шул: бер ваҡытта ла күңелдәре төшмәһен. Үҫемлек быйыл үҫеп китә алмаһа, икенсе йылы күтәрелә. Быйыл уңыш бирмәһә, киләсәктә ҡыуандырасаҡ. Ерҙе, ғөмүмән, үҫемлектәрҙе яратып, күңел йылыһын һалып үҫтергәндә генә мул уңыш алып була!