

Көҙгөгә ҡарайым да, үҙемде үҙем танымайым. Миңә ни бары 47 йәш. Алтмыштан уҙған ҡатындай битемә һырҙар һалынған, сәсемә сал төшкән, күҙҙәремдәге нурҙар һүнгән. Күңелемдә ятҡан ҙур таштай ауырлыҡты ябай һүҙҙәр менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Арыным мин был тормоштан. Кеше тормошо менән йәшәп арыным. Йөрәгем тыныслыҡ талап иткәндәй, тулап тибә, һыҙлана, күкрәгемде йыртып тышҡа килеп сығырҙай тойола.
Ғаиләлә өс бала тәрбиәләндек. Ағайымды берәү генә тип өрмәгән ергә ултыртманылар. Беҙ ике ҡыҙ булғас - икенсе рәттәрҙә. Иртәнсәк сәй эсер алдынан әсәй аш-һыу бүлмәһендә ағайға сәй әҙерләп: “Һеҙ үҙегеҙ сәй яһап алырһығыҙ, ҡабаланам”,-тип йүгереп йөрөй. Имеш ағайым башҡаларҙың сәйен яратмай. Мәктәпте яҡшы тамалағанға лагерға путевка бүләк иткәйнеләр. Уның да киләсәге хәл ителде. “Ағайың барыр, һеҙ бында баҡса утарға кәрәк”. Ағайыма бер үпкәм дә юҡ. Тик бына әсәйемдең беҙгә ҡоро, иғтибарһыҙ булыуы йәнемде үртәй ине. Мәктәптән ҡайтып ингән һайын, “Их әсәйем мине тыңлаһын, минең менән һөйләшһен ине, -тип уйлай торғайным. Тик булманы ундай мөғжизә. Һеңлем менән икәүләп бер-беребеҙҙең серҙәрен тыңланыҡ, тик әсәйҙән кәңәш һорарға ҡурҡа инек.
Киләсәк тормошобоҙҙо ла әсәй хәл итте. Үҙебеҙгә йомолған “дикарка” һымаҡ булғанғамы, дуҫтарыбыҙ ҙа булманы. Икебеҙҙе лә әсәй үҙе теләгән әхирәттәренең малайҙарына димләп бирҙе. “Сыҡмайбыҙ” тип ныҡышып ултырыу ҡайҙа ул, тиҙерәк әсәйҙең һыуыҡ күңеленән ҡасыу ине. Килен булып төшкәс,ҡәйнәм мине аңлай алманы. Бер һүҙ әйтһә, ҡулым ҡалтырап тотҡан әйберҙәрем төшөп китә. Арҡамдан һөйөп алһа, бөтөнләй телдән яҙам. Ғаиләләре менән бер табынға ултырып, һөйләшә-көлөшә сәй эсәндәренә бөтөнләй аптырай торғайным. Беҙҙә ундай ваҡыттар булманы. Беҙ өҫтәл артына ултырыуға, әсәй ағайҙың тамағын туйҙырып, икәүләп сәй эсеп тороп китә инеләр. Атай ҙа оҙаҡлап китһә, әсәйҙән шелтә эләгә.
Кейәүгә сығып ҡотолоу – дөрөҫ булмаған икән. Ял еттеме, әсәй килеп етә. “Хәҙер үк беҙгә барығыҙ, тегендә кәртә ҡолаған, бында яңы ҡоҙоҡ ҡаҙыр кәрәк”. Ҡәйнәмдең: “Йәштәр ялды көтөп ала, күрешкәндәре лә юҡ, көнө буйы эштәләр бит,”- тип бер нисә тапҡыр әйтеп ҡараны. “Мин ҡыҙымды һеҙгә эшләр өсөн бирмәнем. Юҡҡа йөрәк бөтөрөп үҫтерҙемме әллә,”- тип тауыш сығара ине. Ҡыҙым тыуғас, арабыҙға ҡыҫтырылыуы артты ғына. Ҡулыңа алма, әпәүләмә, шул да булдымы бала...
Ни тиклем күңелемә рәнйеш йыйылһа ла, бер тапҡыр ҙа ҡаршы һүҙ әйтә алманым. Үҙ тормошом менән бөтөнләй йәшәй алманым. Ҡаты булғанғамы иремдең мөхәббәте тиҙ һүрелде, айырылыштыҡ. Әсәй янына ҡайтырға шул тиклем ҡурҡҡанлығымды белгән ҡәйнәм, йорт алдындағы келәтте рәтләп шунда башҡа сығарҙы. Ә ирем икенсе ҡатынды кәләш итеп алды. Бына шулай ике ғаилә бер ишек алдында көн иттек. Әсәйем минең нисек йәшәгәнлегемде белә тороп бер тапҡыр ҙа “Үҙебеҙгә ҡайт,”-тип килгәне булманы. Ҡыҙымды иркәләгем-наҙлағым килде, тик ундай һүҙҙәрҙе, ҡылыҡтарҙы белмәгәнгәме, бар наҙҙы өләсәһенән алып үҫте. Минән ситләште, һөйләшмәҫ булды. Хәҙер килеп, ул да миңә ҡаты бәғерле. Ейәнсәрҙәремде килтермәй, өйөбөҙҙө ситләп үтә. Ошо бала саҡта ташҡа әйләнгән күңелде сүкеш алып ватып ташларға ине ул. Ағайым да, һеңлем дә тормоштан уңды. Өсәр бала үҫтерҙеләр, улары бер-береһе өсөн өҙөлөп тора. Мине генә аңлаусы ла, йәлләүсе лә юҡ.
Ана шул, ҡолап ҡулымды һындырып илаған ваҡытта әсәйеп ҡосаҡлап тынысландырһа, малайҙар таш менән баҫтырғандарында ҡаршы сығып яҡлашһа, мин моғайын ҡаты күңелле булмаҫ инем. Әсәйҙән бер генә йылы һүҙ етә ине бит. Ҡыҙымды үлеп яратам, әммә хистәремде бер нисек тә еткерә алмайым. Ғаиләһенә ҡыҫылмайым тип, һирәк кенә күрергә барам. Бәлки, ул да мине үҙенә ҡарата хисһеҙ һәм ҡыҙыҡһыныуым юҡ тип уйлайҙыр.
Эх,әсәйҙәр... Балаларҙы йылы һүҙҙән, яҡты ҡараштан, тәрбиәбеҙҙән айырмаһаҡ ине. Бала саҡ бер генә мәл. Тиҙ генә үтә лә китә, ә бала күңеле ғаилә мөхитендә йә сәскә ата, йә ташҡа әүерелә. Ә минең һаман да әсәйемә иркәләнгем килә...