Новости
3 Августа 2021, 11:29

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун икенсе киҫәк).

      Кискеһен эргәмә отделение командиры килде. Туғандарыңа ордендар алыуың тураһында яҙма, хатың ҡайтып етмәҫ, ти. Аңлашыла, хәрби наградаларҙы ғәҙәттә һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыу­сыларға бирәләр.

Тиле яҙмалары (Повесть. Ун икенсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Ун икенсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Ун икенсе киҫәк).

                                                             13 декабрь, 1988 йыл.

 

            Засадаға эләктек. Саланг артылышынан ҡайтырға сыҡҡайныҡ. Ни сәбәптә-ндер был юлы вертолеттар беҙҙе патрул-ләмәне. Хәүефһеҙ юл тип уйланылар­мы, әллә икенсе сәбәп булдымы, билдәһеҙ. Ҡапыл көтмәгәндә тау яғынан атырға тот­о-ндолар. Бейектән ямғыр урынына пулялар яуа, тик ҡайҙан атҡандарын төшөнөрлөк түгел. Түңәрәкләп ятып оборона ҡорор-ға маташтыҡ. Ҡайҙа инде, беҙҙең позиция дош­мандар өсөн асыҡ һәм ҡулай. Бына эргәмдәге һалдат ҡанлы битт­ә­рен ҡушусл-ап салҡан ауҙы. Арыраҡ ятҡан егеттәрҙең эргәһендә генә уфылдап мина яр­ылды. Саң-төтөн араһынан ыңғырашыуҙар ишет-елде. Ҡаҙаҡ егете Йомабай ас­ы­рғанып ҡысҡыра: «Нимә ҡылабыҙ, Тимербулат, ҡыралар, ғой?» Машинаның тәгәрмәстәре арт-ында боҫоп ятҡан ерҙән тирә-йүнгә ҡабалан ҡараш ташланым. Ҡотолорға була, хәлебеҙ улай уҡ мөшкөл түгел: беҙҙән 20-30 метрҙай алыҫтараҡ йәшел ҡыу­аҡлыҡ күр­енә, уны бында зеленка, тип атайҙар. Арыраҡ эре таштар. Шуларға ышыҡланып ар-табанғы йүнәлеште асыҡлағандан һуң артылыш артына сигенергә мөмкин. «Йомабай, урталағы таш артынан пулеметтан ат-алар, күмәкләп шуны тотҡарлағыҙ, патрондарҙы йәлләмәгеҙ, мин яралыларҙы зеленкаға күсерәм…» Тегеләрҙең ҡайһы бер-ҙәрен йүкмәп, ҡайһы берҙәрен һөйрәп таш артына ташый башланым. Беҙҙең яҡтан да дәррәү яуап уты асылғас ҡурғаш ямғ-ыры һирәгәйҙе. Шун­ыһы ғәжәп, яу яланында шы­у­ышам, тороп йүгерә-ат­лай хәрәкәт итәм, әммә күңелемдә ҡурҡыу ҡасҡан бушлыҡ. Мин түгел, минең йәнһеҙ тәнем ошо үлемесле яу яланында нимәлер эшләй булһа кәрәк. Һуңғы һалдатты таш ыш­ығына шылдырып һалдым да хәлһеҙләнеп салҡан ҡоланым. Бер генә мәлгә күккә баҡтым. Унан эҫе ҡайнарлыҡ бөрөлә. Беҙ-ҙәге аҡ болоттар йөҙгән ҡарағусҡыл зәңгәр күк йөҙө, йомшаҡ ебәктәй тә­нде иркәләгән еләҫ ел үҙе үк ожмах ләззәте булған икән дә ба-һа. Шуның ҡәҙерен белмәй йөрөгәнмен. Ә был сүллектең аҡ ҡояшы беҙҙең өсөн ят һәм үтә мәрхәмәт­һеҙ. Бына күк йөҙөндә ике ҡара «себеш» күренде лә улар ҙурая барып, төйлөгәнгә әүерелеп, тирә-йүнде хәтәр геүләү баҫып алды. Ҡара ҡоштар бер-бер артлы утлы тыныуҙарын төкөрөргә тотондолар. Тау киртләстәрен дәһшәтле шартлауҙар тетрәтте. Вер­толеттар беҙгә ярҙамға килделәр. Хоҙай араланы, ҡотолдоҡ былай булғас.

 

                                                             28 декабрь, 1988 йыл.

 

            Саф алдында миңә бер юлы ике Ҡыҙыл Йондоҙҙо ҡаҙанылар. Наградаларҙы да­ими тапшырып торалар, ә бына бер юлы ике орден алыу - һирәк күренеш. Үҙенә күрә көн геройымын. Күңелдә ҡыуаныс та тантана ла юҡ. Ордендарҙың хаҡы – яуҙа ятып ҡалған һалдаттарҙың ғүмере бит. Бындағылар өсөн иң юғары бүләк – ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск, әммә утлы ғәрәсәт-тән ғәҙәти тормошҡа ҡайтып әйләнеү – тормошҡа ашмаҫ хыял ғына.

            Ошоға саҡлы, ике ордендың береһенә лайыҡ булған алышымды батырлыҡҡа ла һанамайым. Заданиеға китеп бары-шлай колоннаны миномет утына тоторға кереш­те­ләр. Бәлки бара­саҡ еребеҙҙе алдан һиҙеп беҙҙең менән иҫәп-хисапты ошо-нда уҡ өҙөргә ниәтләгән­дәрҙер. Беҙҙе һаҡлаусы бронетранспортерҙың артынан бара инем. Ул шунда уҡ шартлау эсендә ҡал-ды, ул юлға һалынған «тоҙаҡ» ҡа эл­әкте шикелле. Уңда ла һулда ла уфылдап миналар ярылырға тотонғас тиҙлекте арттыр-ып алға ташландым. Шуны һиҙҙем, туҡталып бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышҡанды файҙала­нырға теләйҙер дошман. Ты-рым-тырағай өйкөлөшкән колоннаны ҡыйратыу әллә күпмегә еңелерәк. Эргәмдәге өлкән лейтенант та ярһып алға әйҙәне: «Жми, Хусаинов, жми!» Хә­ҙер шартлау «бағана»лары беҙҙе баҫтыра һәм эҙәрлекләй. Аҡтарылған ерҙә соҡорҙар барлыҡҡа килә. Әҙәм балаһы әйләнә тирәһендә барған хәл-ваҡиғаларға тиҙ күнегә икән ул: һуғышына ла, унда ос­рап торған юғалт-ыуҙарына ла. Һәммәһен ҡәҙимге, хатта ҡайһылыр кимәлдә тыныс ҡабул иттем. Нимәгә сәбәләнергә! Күпме яндырылған ҡы-шлаҡтар, ҡыйратылған, нигеҙенә саҡлы емерелгән торлаҡтар күҙ алдымдан үттеләр, ғазаплы ыңғырашҡан яралыларҙы гос-пита­лдәргә алып барыуҙан тыш ҡурғаш табуттарҙы, бындағы тел менән аталған «200-сө йөк» тәрҙе аэродромдарға ташын-ым. Иртәгә шул яралылар сафын тулыландырыуым бик тә ихтимал, хатта табутҡа һалһалар ҙа иптәштәрем быны ғәҙәти хәл итеп кенә ҡаб­ул итерҙәр, сөнки бында һәр кемде, көнө-төнө, уртаҡ ҡазабыҙ - үлем һағалай. Килер әжәл һалдатын да офиц-ерын да айырып тормай, шулай булғас йәшәү менән үлемгә булған хоҡуҡтарыбыҙ ҙа типә – тиң, үлеп ҡалһам ҡайғырырҙар әлбиттә, пилоткаларын сисеп араларында булыуымды, ауырлыҡтарҙы уртаҡлашыуымды хәтерләп бер минут тын торорҙар һәм мин кисәге көнгә, үткәнгә күсермен. Сараһыҙлыҡҡа күнеү, үҙеңде һуңғы сиккә әҙер­ләү әҙәм балаһының күңелен ҡаты-ра, унан йәнһеҙ робот яһай. Йәшен тиҙлегендә машинамды билдәһеҙлеккә ҡыуалайым, ә башым айыҡ, хәрәкәттәрем баҙыҡ. Үткәнем, киләсәгем, хатта иртәгәге көнөм юҡ, әлеге үлем менән яғалашҡан мәлем генә бар, һәм мин унан сығырға, ҡотол-орға бурыслы. Шуға теүәл, аныҡ фекер төйнәгәнмен. Тирә-яғымды һынап ҡарап ба­рам. Туҡтата алһалар арттағыларҙың юлы быуыла. Юл яҙлыҡ­тырып унда-бында һикрәңләгән ҡуян хәлендә тоям үҙемде. Минең яҡта мина ярылды, ҡабырға яҡ тәҙрә селпәрәмә килде, кабина түбәһен ярсыҡ тиште. Бер-ике ҡарыш уңғараҡ булғанда яҡты донъя менән хушлаша инем, биллә-һи. Юҡ, әлегә теремен. Бы­на гөрһөлдәүҙәр артта ҡалып тау артына ышыҡландым. Маши-наны туҡтатып артыма ҡараным. Минең менән тағы ла өс машина сыға алған. Һалдаттарҙы ҡалдырып кире ут эсенә йүнәлдек. Артта бронетранспортер һәм ҡалған машиналар ҙур усаҡ һымаҡ яналар. Беҙҙе шә­йләп өлгөргән һалдаттар ҡаршы йүгерә башланылар. Яланды әйләнге-ләп, ут аҫтында уларҙы тейәй башланыҡ. Был һуғышта алты һалдатты ике машинаны бер бронет­ранспортерҙы юғалттыҡ, машинамдың тәҙрә быялалары ватылып бөттө, кузов брезенты бер нисә урындан тет­келәнде, ә минең исмаһам бер ерем булһа ла һыҙ­ы­рылһасы! Әсәйемдең фатихаһы, Аллам һаҡлағандыр.  

            Ашханала аллюмин кружкаға араҡы ҡойоп, эсенә ордендарымды ташланылар. Уны бөтөргәнсе эсеп ҡуйырға тейеш-мен. Йолаһы шул. Араҡы үҙәкте ян­ды­рып та төшөп китмәне, хатта иҫермәне лә. Ә сығарылыш кисәһендә ауыҙ иткән ҡы­ҙыл шараптан башым нисегерәк әйләнгәйне. Шунан кателокка ҡойолған спирт рәт буйлап китте. Һәр береһе уртлай ҙа ары ебә-рә. Шулайтып вафат булғандарҙы иҫкә алдыҡ. Кискеһен эргәмә отделение командиры килде. Туғандарыңа ордендар алыу-ың тураһында яҙма, хатың ҡайтып етмәҫ, ти. Аңлашыла, хәрби наградаларҙы ғәҙәттә һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыу­сы-ларға бирәләр.

                                                                                  (Дауамы бар).

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас